Еҙем тәбиғи паркы
«Еҙем» ландшафтлы тәбиғи паркы | |
---|---|
урыҫ Зилим (ландшафтный природный парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 38 100 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 2005 |
Урынлашыуы | |
54° с. ш. 57° в. д.HGЯO | |
«Еҙем» ландшафтлы тәбиғи паркы — төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәтте һаҡлау биләмәһе. Уға 2005 йылда[1]тәбиғәтте төҙәтеү (рекреация) ресурстарын һаҡлау, туризмды үҫтереү һәм тереклек итеүсе биологик төрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында нигеҙ һалына[2]. Парк Башҡортостан Республикаһының махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре төрөнә инә[3].
Тасуирлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк биләмәһендә уникаль тәбиғәт комплексы урынлашҡан. Бында ошо көнгәсә һаҡланып ҡалған һирәк осраған үҫемлектәр һәм хайуандар төрҙәре таралған. Ул Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы биләмәһендә, Еҙем йылғаһы бассейны буйлап һуҙылған. Ландшафтлы тәбиғәт паркының майҙаны 38,1 мең гектар. Һөҙәк таулы рельеф биләмәһенә 68 мәмерйә индерелгән. Шулар араһында Октябрь һәм Киндереле мәмерйәләре лә бар.[1].
Флора
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк биләмәһенең 90%-тын урман ҡаплаған. Төп өлөшөн ҡатнаш һәм киң япраҡлы ағастар урманы тәшкил итә. Шулай уҡ күләгәгә ҡулайлашҡан ылыҫлы урманлыҡтар ҙа бар[1], реликтлы шыршылыҡтар һәм далалашҡан ҡарағайлыҡтар осрай[2]. Парктың Еҙем буйҙарына һуҙылған биләмәләрендә һыу һәм яр буйын үҙ итеүсе, ҡырсынташта үҫеүсе үҫемлектәр, өйәңке ҡатыш муйыл, ерек ҡатыш муйыл үҫкән урмандар таралған. 500-гә яҡын юғары көпшәле-епсәле үҫемлектәр күрһәтелгән. Шулар араһында 13 эндемик һәм 20 реликт үҫемлектәр бар. Эндемиктар рәтенә Урал гөлбаҙраны, башҡорт хаж ҡынаһы, имән айыутабаны, реликттарға — казак артышы, урман һоло үләне (бирәй), сыбар япраҡлы ҡыңғырау сәскәһе индерелгән.
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡыя һуған, энә япраҡлы ҡәнәфер, Клер дөйә һеңере (астрагал), йәшел таш ҡаҙаяғы һәм 18 башҡа төр үҫемлектәр үҫә. Шулай уҡ РСФСР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Литвинов сырмалсығы, кәкүк ситеге, дөйә ҡылғаны, шырт еҙүлән, әҙрәсгөл , шиверекия үләне үҫемлектәре таралған[1].
Фауна
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Еҙем» паркы биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән 15 төр һирәк осрай торған хайуандар һаҡланған. Шулай уҡ һирәк осраусы 81 төр ҡоштар күрһәтелгән. Шулар иҫәбенән: ҡом һайҫҡаны, сапсан, бөркөт, ҡара ҡауҙы[1], баҡраҡ бөркөт:[2], көйөлдө, кәлмәргән, ҙур йылан ашаусы ҡош[2].Төрлө балыҡтар үрсетелә. Шулар араһынан һирәк осрағандарын: европа бәрҙеһен, урыҫ етеҙ балығын, зөгәйҙе, ҡыҙыл балыҡтарҙы әйтеп китергә була.[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Башкирская энциклопедия 2016 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 В Башкирии создан первый ландшафтный природный парк 2017 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ Экологический портал Республики Башкортостан 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позднякова Э. П. Еҙем тәбиғи паркы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Регистрационные данные МУЧ ЛАНДШАФТНЫЙ ПРИРОДНЫЙ ПАРК «ЗИЛИМ» 2020 йыл 14 июнь архивланған.