Эстәлеккә күсергә

Мишкә заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Мишкә дәүләт тәбиғәт заказнигыБашҡортостан Республикаһының Мишкә районы биләмәһендә урынлашҡан заказник.[1]

Мишкә дәүләт заказнигы Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы биләмәһендә урынлашҡанға күрә атамаһы ла район исеменән алынған. Райондың атамаһы үҙ сиратында был урынға беренсе килеп ултырыусы Михаил Исенбаев (Мишка) исеменән килеп сыҡҡан тигән фараз йәшәй.[2]

Башҡортостан Республикаһы Мишкә районының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Был биләмәгә Бөрө йылғаһының бер өлөшө лә ингән. Мишкә дәүләт заказнигы 2002 йылда булдырылған. Дөйөм биләмәһе 32869 га. Заказникта карст һаҙлыҡтары күп кенә. Уның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән Наратһаҙ һаҙлығы урынлашҡан.[3]

Мишкә дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәһендә 576 төргә яҡын 79 көпшәле үҫемлектәр ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр теркәлгән. Һаҡлау объекттарына оҫҡон йыуаһы (Себер флораһы реликты), биологик күп төрлө гетеротрофлы һаҙлыҡтар, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәр мүк еләге, тутыҡ схенус, аҡ мүк һәм башҡалар инә. Шулай уҡ заказник биләмәһендә Рәсәй Федерацияның Ҡыҙыл китабына индерелгән диңгеҙ бөркөтө (орлан-белохвост) оялары бар. Урмандары ҡатнаш. Биләмәнең 40% йүкә ағастары биләй. Мишкә дәүләт заказнигы биләмәһендә мышы, болан, ҡабан, шәшке күрергә мөмкин. Һаҙлыҡтарында һыу ҡомағы, һаҙ ҡондоҙо тереклек итә. Заказник биләмәһенән еләк-емеш, үһемлектәр йыйыу ҡәтғи тыйылған, йәнлектәрҙең үрсеү осоронда һәм янғын хәүефһеҙлеге юғары булған ваҡыттарҙа инеү тыйыла.[4]