Ирәмәл
Ирәмәл | |
---|---|
башҡ. Ирәмәл | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 1582 м |
Урынлашыуы | |
54°32′00″ с. ш. 58°50′20″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан Республикаһы |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Ирәмәл Викимилектә |
Ирәмәл (урыҫ. Иремель) — ҙурлығы буйынса Көньяҡ Уралда урынлашҡан икенсе бейеклек, Башҡортостан Республикаһы Белорет районының төньяҡ-көнсығышында һәм Учалы районының төньяҡ-көнбайышында.
Тау үҙендә ике түбәне бәйләй:
* Оло Ирәмәл (түбәһе яҫы таулыҡ), бейеклеге 1582,3 м;
* Кесе Ирәмәл, бейеклеге 1449,4 м.
Ике түбә араһындағы биләндең киңлеге яҡынса 1 км һәм бейеклеге 1200—1250 м.
Оҙонлоғо төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа тиклем 12 км тәшкил итә, төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан — 8 км.
Тауҙың итәгендә сығанаҡ йылғалар аға Тығын (Оло Әүнәр ҡушылдығы), Иһәнәк, Оло Әүнәр, Ҡарағай (Төлөк ҡушылдығы) һәм Төлөк. Был йылғалар Әүәләк һыртында аға башлаған Ағиҙелдең ҡушылдыҡтары.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Ирәмәл тауы территорияһы, (шул иҫәптән Әүәләк һырты) тәбиғи парк тип иғлан ителде.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ташлы йылға, Ирәмәлгә бер юл
-
Ирәмәл тауы башында болоттар асылғанда
-
БДУ студенттары Ирәмәл башында
-
"Ирәмәл" тауы башында
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иремель и окрестности 2016 йыл 4 март архивланған.;
- Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. Глава «Южный Урал» (анализ названия горы Иремель);
- Виртуальный тур по горе Иремель 2016 йыл 4 июнь архивланған.