Әүәләк
Уҡыу көйләүҙәре
| Әүәләк | |
| Аваляк | |
| Координаталар: 54°32′35″ т. к. 58°58′43″ кс. о.HGЯO | |
|---|---|
| Урынлашыуы | |
| Тау системаһы | Урал тауҙары |
| Оҙонлоғо | 40 км |
| Иң бейек түбәһе | Абараш Баш |
| Тау түбәһе бейеклеге | 1292 м |
Әүәләк (рус. Аваляк)— Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Учалы һәм Белорет райондарында урынлашҡан . Иң бейек түбәләре — Абарашбаш (1292 м) һәм Оло Әүәләк (1205 м). Әүәләккә көнбатыштан Ирәмәл тауы тоташа.
Тауҙың көнсығыш битенән, диңгеҙ кимәленән 720 метр бейеклектә, Башҡортостандың төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы башлана[1].
Тау арҡаһы Әй йылғаһынан Оло Әүнәр йылғаһына тиклем һуҙыла. Тау битендә ҡарағай-ҡайын ағастары үҫә. Тау арҡаһы 40 км-ға һуҙылған.
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы бер юрамалар буйынса Әүәләк һүҙе аулаҡ (кешеһеҙ) һүҙенән килеп сыҡҡан. Әммә бындай аңлатма башҡорт филологияһы кимәлендә ҡаршылыҡҡа осрай. Был һүҙ башҡорт исеменән килеп сыҡҡан тигән аңлатма ла бар[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |