Асылыкүл (тәбиғәт паркы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Асылыкүл» тәбиғәт паркы
Природный парк «Аслы-Куль», Давлекановский район, Башкортостан 1.jpg
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны47 500 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты19 ғинуар 1993 йыл 
Урынлашыуы
54°20′07″ с. ш. 54°37′19″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашкортостан
Рәсәй
Точка
«Асылыкүл» тәбиғәт паркы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
«Асылыкүл» тәбиғәт паркы
Commons-logo.svg Асылыкүл Викимилектә
«Асылыкүл» тәбиғәт паркы. Ҡыш
«Асылыкүл» тәбиғәт паркы. Һары томбойоҡ (Европа алтынбашы)

«Асылыкүл» тәбиғәт паркы (рус. природный парк «Аслы-Куль») — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһында федераль әһәмиәттәге тәбиғәт паркы. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығышында, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй һәм Бүздәк райондары сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны 47500 гектар тәшкил итә[1], шуның Дәүләкән районында — 29300 га, Әлшәй районында — 4600 га, Бәләбәй районында −1900 га, Бүздәк районында — 11700 га[2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы 1993 йылдың 19 ғинуарында 15-се «Асылыкүлдә һәм уның менән сиктәш территорияла үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында „Асылыкүл“ дәүләт милли паркын ойоштороу тураһында»[3] ҡарар ҡабул итә. Был ҡарар Асылыкүлде 1965 йылда комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан итеү һәм ошо статусҡа эйә булған саралар күлдең һәм эргә-тирәләге ландшафттарҙың экологик торошон насарайтыу процесын туҡтата алмау сәбәпле ҡабул ителә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 8 авгусындағы 274-се ҡарары[4] менән элекке «Асылыкүл» дәүләт милли паркы сиктәрендә «Асылыкүл» тәбиғәт паркы дәүләт бюджет учреждениеһы булдырыла, ул БР Экология министрлығы ҡарамағына тапшырыла.

Парк Башҡортостандың Урал буйының ике ландшафт районы — Бәләбәй ҡалҡыулығы һәм Ағиҙел буйы тигеҙлеге биләмәһендә урынлашҡан. Уға республикалағы иң ҙур күл Асылыкүл, Берҡаҙан‑Ҡамыш төбәге[1], Алға сығанағы, Пыжьяновка шарламаһы инә. Күл өҫтө майҙаны −23,5 км², оҙонлоғо −7,1 м, уртаса киңлеге −3,3 м, уртаса тәрәнлеге −5,1 м (иң ҙур тәрәнлеге −8,1 м), һыу күләме — 119,0 млн м³, яр буйы оҙонлоғо — яҡынса 20 км. Асылыкүл Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм республиканың 150 тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәбенә инә. Парк урман-дала зонаһында урынлашҡан[1] .

Үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең 40-тан ашыу төрө бар. Ҡатнаш бүтәгәле‑ҡылғанлы дала үҫемлектәре донъяһы таралған.

Дала кәҫле ҡыяҡлылары: ялбыр ҡылған, дөйә ҡылған, сүллек һолобашы;

Ҡуҙаҡлылар: мөгөҙйемеш астрагал, болон торна борсағы, себер йылҡы борсағы;

Үлән, сәскәләр: һары умырзая, һары томбойоҡ, һары етен, дала шалфейы;

Ҡыуаҡтар: ялан сейәһе, ҡара ҡарағат, тәпәш миндаль;

Үҙенсәлекле үҫемлек төрҙәре: Гельм астрагалы, мурт арышбаш, Разумовский тәңкәғуҙағы, ябай оносма, һырылыусан ҡанүлән үҫкән петрофит дала урындары бар.

Болон үҫемлектәре: урман айрауығы, ботаҡлы айрыҡ, үрентеле ҡондораҡ, болон тимофеевкаһы.

Ағастарҙан: йүкәимәнҡайын ҡатнаш урмандар таралған.

Һыу буйы үҫемлектәре донъяһы: күл ҡуһаһы, һары томбойоҡ, сатырлы һыусәсәк, көтөүсе ҡумыҙынан тора.

«Алға» («Гөлбикә») шишмәһе тирә-яғында 30‑ға яҡын үҫемлек төрө үҫә.

Күлдең көнбайыш ярында һәм Берҡаҙан‑Ҡамыш төбәгендә һаҙ үҫемлектәре өҫтөнлөк итә. Флораһында ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәрҙең 500‑ҙән ашыу төрө:

  • 5 реликт — еҫле биҙгәксән, Роберт яраны , өс көрәкле күк көпшә, баргузин әреме, себер флоксы;
  • 10 эндемик — Гельм астрагалы, исәт ҡаясатыры, энәле ҡәнәфер, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ, Разумовский тәңкәғуҙағы, татар ҡутырбашы, Гмелин һыйыртеле, башҡорт елемүләне, шырт еҙүлән, урал цицербитаһы бар.

Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 27 һирәк төрө, шуларҙың 7-һе: Залесский ҡылғаны, ялбыр ҡылған, дөйә ҡылған, урыҫ сыбар сәскәһе, шырт еҙүлән, орҡалы әшәлсә РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән[1].

Хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Имеҙеүселәр класынан мышы, ҡабан, ҡоралай, ҡыҙыл төлкө, үрғуян, аҡ ҡуян, бүре, ҡарһаҡ йәшәй. Бөтә ерҙә — ябай һуҡыр сысҡан, йомрандар, ирләндәр, бер нисә төр ҡыр сысҡандары. Һирәкләп һыу ҡомаҡтары, йәтсә һәм көҙән осрай. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына хайуандарҙың 21 һирәк төрө индерелгән, шуларҙың 8 төрө Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына ингән[1].

Ҡоштар донъяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Асылыкүл» тәбиғәт паркы зонаһына ингән Берҡаҙан һаҙлығында XX быуат башында һирәк осраған бөҙрә берғаҙандар оя ҡорған.

Һуйыр, ҡор, сел, күсәр ҡоштар күп.

Һыу ҡоштарының төрлө төрҙәре: һоро ҡаҙҙар, өйрәктәр, аҡҡоштар күпләп туплана. Башҡортостан өсөн һирәк осраған өйрәктәр — пеганкалар һәм көйөлдөләр осрай. Ташлы битләүҙәрҙә ыласын-сапсандар оя ҡора. Күл ҡаҙ һымаҡтар һәм башҡа һыу ҡоштары өсөн оя ҡороу, ял итеү һәм туҡланыу урыны булып тора.

Күлдең ихтиофаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бында суртан, һыла (зөгәй), һаҙан (карп), сабаҡ, ҡыҙылғанат, ҡарабалыҡ, сиг, рипус, ялтыр сабаҡ, табан балыҡ, опто, сәнске, этбалыҡ, алабуға, ҡыҫала йәшәй, трек һымаҡтарҙан шамбы осрай.

Паркта һөйрәлеүселәрҙән: кеҫәртке, дала ҡара йыланы, шулай уҡ ер-һыу хайуандары — әрмәнделәр, быуа һәм осло моронло тәлмәрйендәр йәшәй. Умыртҡаһыҙҙар донъяһы байтаҡ. Күбәләктәрҙең генә 25-тән ашыу төрө осрай[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гареев А. Башкортостан — природы край бесценный. — Уфа, 2004. — 160 с.
  • Минибаев Р. Г., Назирова З. М. Флора памятников природы Асликуль и Кандрыкуль в Башкирской АССР // Редкие виды растений Южного Урала, их охрана и использование. — Уфа, 1985.
  • Позднякова Э. П., Богдан Е. А. Аслы-Куль // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. – Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — С. 150—152. — 414 с.