Эстәлеккә күсергә

Ҡолмәт ауылы эргәһендәге Әй йылғаһы туғайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡолмәт ауылы эргәһендәге Әй йылғаһы туғайы
урыҫ Пойма р. Ай у с. Кульметово
Төп мәғлүмәт
Майҙаны101,9
Нигеҙләнгән ваҡыты1970
Урынлашыуы
55°10′28″ с. ш. 58°42′47″ в. д.HGЯO
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡолмәт ауылы эргәһендәге Әй йылғаһы туғайы

Ҡолмәт ауылы эргәһендәге Әй йылғаһы һыубаҫар туғайы — төбәк әһәмиәтендәге дәүләт ботаника заказнигы. Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы территорияһында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].

Ҡолмәт ауылы эргәһендәге Әй йылғаһы туғайы — Республика әһәмиәтендәге «Ҡолмәт ауылы эргәһендәге Әй йылғаһы һыубаҫар туғайы» дәүләт ботаник тәбиғәт заказнигы 1970 йылдың 22 майында Башҡортостан Республикаһы ҡарары менән булдырылған. Майҙаны — 101, 9 гектар.

Ҡолмәт ауылынан көньяҡҡа табан 2 километр алыҫлыҡта, уң ярҙағы һыубаҫар туғайҙа һәм Әй йылғаһының таулы яры буйында, Салауат урмансылығы дәүләт учреждениеһы составындағы Ҡыйғы участка урмансылығының 1-се, 14-се, 15-се, 16-сы, 24-се, 25-се кварталдарында урынлашҡан.

Заказник түбәндәге бурыстарҙы үтәү өсөн булдырылған:

— тәбиғи йәшәү мөхитен тәьмин итеүсе тәбиғәт комплексын һаҡлау, яңыртыу һәм тергеҙеү, һирәк осрай торған дарыу үҫемлектәренең ген- һәм ценофондын рациональ файҙаланыу һәм уларға булышлыҡ итеү;

— үҫемлектәр донъяһы объекттарын, шул иҫәптән һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған объекттарҙы һаҡлап ҡалыу, яңыртыу һәм тергеҙеү;

— экологик мониторинг үткәреү;

— экологик ағартыу эше алып барыу[2].

Яҡындағы ҡалаларҙың координаталары: 55°8’58"N 58°42’28"E

Республика әһәмиәтендәге «Ҡолмәт ауылы эргәһендәге Әй йылғаһы һыубаҫар туғайы» дәүләт ботаник тәбиғәт заказнигы тотороҡло продуктлы дарыу үҫемлектәре популяцияһын һаҡлау маҡсатында булдырылған.

Тәбиғәт комплексы һыубаҫар ҡарағай-ҡайын урмандарынан ғибәрәт, уларҙың флораһында үҫемлектәрҙең 40%-ы самаһы ҡиммәтле дарыу һәм аҙыҡ төрҙәренә тура килә. Яҙғы умырзая, себер умырзаяһы, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, әлморон — улар араһында иң күп продуктлылары. Ҡолмәт ауылы эргәһендәге ҡарағай урманында ябай һыуйыйыр үләне (водосбор обыкновенный) үҫеүе асыҡланған. Был Башҡортостан Республикаһында ошо төрҙөң берҙән-бер үҫеү урыны.

Заказник ресурстарҙы һаҡлаусы, фәнни һәм эталон әһәмиәткә эйә[3].

Заказниктың хайуандар донъяһы әлегә төплө өйрәнелмәгән. Һирәк осрай торған йәнлектәрҙән башҡа, әлбиттә, ҡуян, бүре, тейен, төлкө, терпе, шәшке, һеләүһен, һыуһар, ҡыр тауыҡтары — ҡор, һуйыр кеүек йәнлек-ҡоштар, ваҡ йәнлектәр, төрлө бөжәктәр тереклек итә.

заказник Бирский заказник. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).