Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы
Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1970 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Административ-территориаль берәмек | Белорет районы |
Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы — (рус. Популяции редких полезных растений на горе Большой Ямантау) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районы биләмәһендәге Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһе сиктәрендә урынлашҡан[1].
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1970 йылдың 22 майындағы 234-се «Башҡорт АССР-ында ҡиммәтле дарыу үҫемлектәренең ҡыуаҡлыҡтарын һаҡлау тураһында»ғы ҡарары менән ойошторола.[2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы — дәүләт төбәк тәбиғәт ботаник заказнигының дөйөм майҙаны — 1 170,0 га Урынлашыу урыны: Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Машаҡ урмансылығының 50-се һәм 75-се кварталдарындағы Оло Ямантау яланғас-тундра бүлкәте.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һаҡлауҙы һәм эшләүҙе тәьмин итеү өсөн яуаплы дәүләт органдары һәм юридик шәхестәр: Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең үҙенсәлектәре: ландшафы яланғас тауҙар һәм болондар, сфагнум һәм үлән-мүк һаҙлыҡсыҡтары, ҡайын һәм шыршы һирәк урманлы лишайник-мүк-үлән тундраһынан ғибәрәт[3].
Флораһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказник флораһына 200-ҙән ашыу төр көпшәле үҫемлектәр инә, улар араһында бореаль урман һәм тау-тундра үҫемлектәре өҫтөнлөк итә. Флора составында реликттар, эндемиктар һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре күп. Реликттары: себер артышы, аҙ сәскәле зыягөл, горец живородящий, ҡоба тал (ива сизая), Гмелин чинаһы, альп ағуна үләне, альп толсторебернигы, татар ҡутырбашы (короставник татарский), тупаҡ трипутник, эре сәскәле мамыҡбаш (наперстянка крупноцветковая), горькуша спорная, пермь елбәгәйе (внетреница), урал цицербитаһы һ. б. Эндемиктар: тефросерисом Игошиной, вейником уральским, овсяницей Игошиной и др. Башҡортостан Республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк осраусы төрҙәрҙең популяциялары һаҡлана (2001), — Леман таутишәре (проломник), көҙгө ллодия (поздняя), урал ҡамғағы (качим), Крылов зыягөлө (ясколка), ирәмәл тырнағуты (ястребинка), шулай уҡ ҡиммәтле файҙалы үҫемлек төрҙәре — көкөрт үләне (плаун-баранец), ҡара көртмәле, күк көртмәле, һыу үләне (водяника), күгелйем төлкөғойроҡ, Леман таутишәре, тығыҙ бетүлән һ. б. популяциялары һаҡлана[4][5].
Фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Ямантау тауындағы һирәк осраған файҙалы үләндәр заказнигына типик урман фаунаһы: мышы, айыу, һеләүһен, һыуһар, ваҡ йыртҡыс, аҡ ҡуян, тейен, һуйыр, бозор (сел), ҡом һайыҫҡаны (сойка), тумыртҡалар һ.б.). Яланғас тауҙарҙағы ҡоштар: сивка глупая, ҡыжғылдаҡ кәкүк, ҙырҡыуыт (дупель), конёк луговой, каменка хас[6].
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлектәрҙең ҡиммәтле төрҙәре популяцияларын — көкөрт үләне (плаун-баранец), ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле, күк көртмәле, һаҙ емеше (водяника) — һаҡлау маҡсатында ойошторолған. Заказник фәнни һәм эталон әһәмиәткә эйә[7].
Тәбиғәтте файҙаланыу буйынса тыйыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заказник территорияһына Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тураһындағы ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы билдәләнгән һаҡлау режимы тарала[8].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 1: Растения и грибы. — 2-е изд., доп. и переработ. — Уфа: МедиаПринт, 2011. — 384 с. — ISBN 978-5-9903354-1-7
- Красная книга Башкирской АССР. Редкие растения и животные. Проблемы их охраны. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984. — 200 с.
- Красная книга Башкирской АССР. Редкие растения и животные. Проблемы их охраны. — Уфа: Башгоскнигоиздат, 1987. — 212 с.
- Национальный парк «Башкирия» (научно-популярное издание) Уфа: Информреклама, 2016 ISBN 978-5-906878-11-3
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан
отв ред АА Мулдашев Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Национальный парк «Башкирия»
- Карта «Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау» 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
- Южно-Уральский государственный природный заповедник, официальный сайт
- Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 22.05.1970 №234 «Об охране зарослей ценных лекарственных растений в Башкирской АССР» .
- Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ редких полезных растений на г. Б. Ямантау Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 22.05.1970 №234 «Об охране зарослей ценных лекарственных растений в Башкирской АССР» .
- ↑ Карта «Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау» 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ Оло Ямантау тауында һирәк осраған файҙалы үләндәр популяцияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ Популяции редких полезных растений на г. Б. Ямантау 2023 йыл 24 ғинуар архивланған.
заказник Бирский заказник . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).