Наратһаҙ
Наратһаҙ | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мишкә районы |
Наратһаҙ — Башҡортостандағы төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Мишкә районы Сабай ауылынан көньяҡ‐көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Бөрө йылғаһының һул ярында урынлашҡан.[1] Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре исемлегенә ингән.
Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наратһаҙ төбәге уйһыу һаҙлыҡтар комплексы. Торфтың уртаса ҡалынлығы 7,5 метрға тиклем етә. Был Наратһаҙ һаҙлыҡтарының бик боронғо (7 мең йылдан ашыу) икәнен күрһәтә. Айырыуса күрән-сфагнум һаҙлыҡтары, тәпәшәк һаҙ ҡарағайҙары, мүк еләге, тутыҡ схенус, һаҙлыҡ һаҙанағы һәм күп төрлө мүктәр Наратһаҙ тәбиғәт ҡомартҡыһының байлығы булып тора.
Наратһаҙ тураһында беренсе яҙмаларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Киевтан Өфөгә эвакуацияланған, 1941-1947 йылдарҙа Башҡортостанда эшләгән билдәле һаҙлыҡтар өйрәнеүсе ғалим (геоботаник) Елизавета Брадис ҡалдырған:[2]
«…Растительный покров болот описанного характера представляет большой интерес. Прежде всего, интересна на этих болотах их комплексность, чередование на небольшой площади участков, вернее фрагментов, ассоциаций, относящихся к различным по питанию типам болот. Эта комплексность и заставила нас выделить особый тип растительности болот, гетеротрофный, то есть совмещающий одновременно свойства или всех трех типов, олиготрофного, мезотрофного и эвтрофного, или каких-либо двух из них…».
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наратһаҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә ҡарағас (нарат) ағастары күп булғанға күрә атамаһы ла шуға бәйле. Нарат — «ҡарағас», һаҙ — «һаҙлыҡ» һүҙҙәренән яһалған.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
585 гектар майҙанды алған Наратһаҙ биләмәһендә бәләкәй күлдәр менән уйһыу һаҙлыҡтар комплексы (торфтың уртаса ҡалынлығы 2 м, иң ҡалыны — 7,5 м) бар.
Биләмәнең географик координаттары буйынса ҡылыҡһырламаһы[3]:
55°24’42,75 с. ш., 55°59’52,04 в. д. (север);
55°23’26,61 с. ш., 56°0’54,45 в. д. (восток);
55°22’35,25 с. ш., 55°58’44,99 в. д. (юг);
55°23’35,23 с. ш., 55°58’40,97 в. д. (запад).
Ландшафт үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наратһаҙ ҡайын, ерек үҫкән һаҙлы урмандарҙан тора. Ҡарағай, тал, эт муйылы, ҡара ҡарағат, йәшел, һирәгерәк һаҙ мүге һ.б. осрай. Үҫемлектәрҙең Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ике енесле энәле көртмәле, тутыҡ схенус, һаҙлыҡ һаҙанағы һ.б.[4]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мулдашев А. Ә. Наратһаҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.