Эстәлеккә күсергә

Алға (шишмә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алға
Сығанаҡ төрөшишмә 
Ил
РегионБашҡортостан
РайонДәүләкән районы 

Алға («Гөлбикә» шишмәһе) — Башҡортостандың Дәүләкән районында урынлашҡан минераль сығанаҡ, гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 й.)[1].

Алға — сульфат-кальцийлы сығанаҡ, Асылыкүл төркөмө шишмәләре араһында иң типик, Асылыкүл күле янындағы, уның көньяҡ — көнбайыш ярында, өс билдәле минераль сығанаҡтарҙың береһе. Сығанаҡ ер өҫтөнә үҙән төбөнән сыға, Яңы Тормош ауылы буйлап, күлгә ағып төшә. Аслы-Өйҙөрәк йылғаһындағы шишмә тирәһендә — өйрәктәр оялаған тал, муйыл, әлморондан торған әрәмә (рощица). Алға шишмәһенең һәм Өйҙөрәк йылғаһының үҙәнендә ҡуйы үләнле үҫемлек. 3 саҡрым алыҫлыҡта — Алға ауылы. Минераль һыуҙың барлыҡҡа килеүе Көнгөр ярусының гипслы тоҡомдары менән бәйле. Төрө буйынса шишмәнең һыуы аҙ күләмлә минералланған сульфат — кальцийлы һыуға ҡарай.

Мөһим фәнни әһәмиәте булараҡ сығанаҡ Башҡортостандың махсус һаҡланыусы гидрологик тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә инә.

  1. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465

Ҡалып:ОППТ Башҡортостана