Эстәлеккә күсергә

Алға (Алға ауыл советы, Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Алға
рус. Алга
Алға ауылы быуаһы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°16′43″ с. ш. 54°38′04″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1926

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1939

Халҡы

295[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453417

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 804 001

ОКТМО коды

80 622 404 101

Алға (Рәсәй)
Алға
Алға
Алға (Алға ауыл советы, Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Алға

Алға (рус. Алга) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 295 кеше[2]. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804001.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 295 144 151 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Алға ауыл советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 33 км алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркы территорияһында урынлашҡан. Ауыл 1926—1930 йылдар арауығында барлыҡҡа килә. Ҡоръятмаҫтан һәм Яҡты йоноҙ ҡасабаһынан күсеп килгән башҡорттар нигеҙ һала. Коллективлаштырыу осоронда ауылдың ер майҙаны 1533,2 га (1929). Ауыл халҡы 1932—1950 йылдарҙа «Алға», 1950—1953 йылдарҙа «1-се Май», 1958—1985 йылдарҙа «Россия», 1985—2008 йылдарҙа «Дружба» колхозында эшләй. 1939 йылда Берҡаҙан торфын сығарыу һәм эшкәртеү башлана, бының өсөн Алға колхозынан 221,74 га ер бирелә. 1944 йылда йәшелсә орлоҡтары, баҡса культуралары, тамыр аҙыҡтар әҙерләү буйынса ғаилә хужалыҡтары ойошторола.

Халҡы: 1939 йылда — 219 кеше; 1959 йылда — 276; 1989 йылда — 274; 2002 йылда — 293; 2010 йылда — 295 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар, почта бүлексәһе бар. 2014 йылда башланғыс мәктәп (Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе филиалы) ябыла[3][4].

Урам исемдәре[5]:

  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһендәге быуа, Асылыкүл һәм Алға шишмәһе (Гөлбикә шишмәһе) — тәбиғәт ҡомартҡылары. Ауылдың төньяғынан, Асылыкүлдең яр буйынан 500 м, ҡурғандар урынлашҡан[6].

Халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Бала йыуындырыу», «Сәфәр сыҡҡан кешегә теләктәр», «Кәләш кейәүләгәндә һамаҡтар» Алға ауылында йәшәүсе Фәйзуллинә Сәлимә Фәйзулла ҡыҙынан (1912 йылғы) яҙып алынған һәм «Дәүләкән ынйылары» китабына № 281 менән ингән[7]
  • «Әлшәй—Дәүләкән» таҡмағын, Ҡоръятмаҫ ауылы тарихын, Берҡаҙан күл-һаҙлығы, Әкеш тауы легендаларын Алға ауылында йәшәүсе Мөхәррәмов Зыяйетдин Мөхәррәм улынан (1885 йылғы) яҙып алынған һәм «Дәүләкән ынйылары» китабына (№ 279) менән ингән[7].
  • «Мәйетте кейендереү» йолаһы Мөхәмәткирева Тимербикә ҡыҙынан (1916 йылғы) Р.Солтангәрәева 1988 йылда яҙып алған."Башҡорт халыҡ ижады Йола фольклоры" I томға № 353 һәм «Дәүләкән ынйылары» китабына № 278 менән ингән[8][7].
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 9—10-сы б.б..
  4. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
  5. Налог «Белешмәһе системаһында» Алға ауылы
  6. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 9—10-сы б.б..
  7. 7,0 7,1 7,2 «Дәүләкән ынйылары»
  8. Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 351—352-се б.б..