Эстәлеккә күсергә

Айыухан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Айыухан
рус. Аюханово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Раев ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°08′36″ с. ш. 55°12′10″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1780

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1780

Элекке исеме

Ябалаҡлы

Халҡы

286[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар — 80%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453426

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 837 002

ОКТМО коды

80 622 437 106

ГКГН номеры

0519311

Айыухан (Рәсәй)
Айыухан
Айыухан
Айыухан (Башҡортостан Республикаһы)
Айыухан

Айыухан (рус. Аюханово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 286 кеше[2]. Почта индексы — 453426, ОКАТО коды — 80222837002.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 286 135 151 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 18 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Раев): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 18 км

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнбайышҡа табан 18 саҡрым алыҫлыҡта Айыухан йылғаһы (Дим йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. 1780—1865 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе Кистенлинск, 1893—1867 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Таштамаҡ, 1867—1914 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе Әлшәй, 1914—1923 йылдарҙа — Ниғмәтулла,1923-1930 йылдарҙа Дәүләкән улустарында. 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 1926—1930 йылдарҙа Иҫке Айыухан ауыл Советы үҙәге, 1930—1954 йылдарҙа Айыухан, 1954 йылдан Рассвет ауыл Советы биләмәһендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы Ябалаҡлы ауылы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1780 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. 1796 йылдың 7 ноябрь килешеүе шарттарында бында дәүләт крәҫтиәндәре килеп урынлашҡан. Тәүге төпләнеүсе Айыухан Ураҙаев исеме менән аталған. Шулай уҡ Ябалаҡлы исеме менәнн билдәле булған. 1816 йылда Айыуханда типтәрҙәр, мишәрҙәр, дәүләт крәҫтиәндәре, сауҙагәрҙәр йәшәгәнлеге теркәлгән. 1888 йылда 143 дисәтинә ер һәм 20 дисәтинә урман межалана — Яңы Айыухан ауылына нигеҙ һалына. Игенселек, малсылыҡҡ, тегенселек эше менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, 2 бакалея кибете, иген һурҙыртҡыс, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1870 йылда — 518 кеше; 1885 йылда — 623 кеше; 1906 йылда — 838 кеше; 1920 кеше — 930 кеше; 1939 йылда — 728 кеше; 1959 йылда — 429 кеше; 1989 йылда — 280 кеше; 2002 йылда — 304 кеше; 2010 кеше — 286 кеше. Татарҙар — 80 % (2002). Башланғыс мәктәп (Раев урта мәктәбе филиалы), клуб бар.[3][4]

Исемдәре:[5]

Баязит Дим урамы (рус. Баязита Дима (улица))

Йәштәр урамы ((рус. Молодёжная (улица))

Йәшел урам (рус.  Зелёная (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • YouTube сайтында Видео Тыл эшсәндәренә һәм һуғыш балаларына һәйкәл асыу