Эстәлеккә күсергә

Александровка (Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Александровка
рус. Александровка
Кесе Өйҙөрәк Александровка эргәһендә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°18′48″ с. ш. 54°47′16″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1897

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1906

Халҡы

233[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453410

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 804 007

ОКТМО коды

80 622 404 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Александровка (Рәсәй)
Александровка
Александровка
Александровка (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Александровка


Александровка (рус. Александровка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 233 кеше[2]. Почта индексы — 453410, ОКАТО коды — 80222804007.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 233 112 121 48,1 51,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Алға ауыл Советына инә. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 21 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Яңы Александровка булараҡ 1885 йылда нигеҙ һалына. Курск губернаһы Шигровский өйәҙе Николай улусы помещиктарының элекке крәҫтиәндәре 4040 дисәтинә ер һатып алып төпләнә. 2045 дисәтинә дворян Н. А. Баумгартендан, 1995 дисәтинә башҡа ер биләүселәрҙән һатып алына. 1903 йылда крәҫтиәндәр немец Г. Г. Нейфельдтан һәм Я. Я. Вибенан 600 дисәтинә ер һатып алалар. 1889 йылда ауылға Өфө һәм Минзәлә епископы Дионисий килә, буласаҡ сиркәү урыны билдәләнә.1890 йылда Александро-Невский сиркәүенең беренсе священнигы Афанасий Румянцев була.1892 йылда земский башланғыс училище асыла. 1902 йылда янғындан 12 йорт зыян күрә. 1919 йылдың 26 майында ауыл аҡтарҙан азат ителә. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны — 1684,5 га. 1929—1960 йылдарҙа ауыл халҡы «Парижская коммуна», 1960—1991 йылдарҙа «Россия» колхозында, һуңынан МУП «Дәүләкән АРЗ»,СКХ «Александровка» хужалыҡтарында эшләй. 1936 йылда почта бүлексәһе асыла. 1960 йылда административ реформа һөҙөмтәһенә ярашлы яҡын торған Покровка ауылы Александровка менән берләшә. 1960 йылдың 25 июнендә Александровка ауыл Советы тарафынан сиркәүҙе ябыу ҡарары сығарыла. 1984 йылға тиклем ветеринария бүлексәһе эшләй.1989 йылда 132 урынлыҡ мәктәп төҙөү ҡарары сығарыла, 1997 йылда 108 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. 2022 йылда балалар баҡсаһы асыла.
Халҡы: 1896 йылда 773 кеше, 1917 йылда 711 кеше, 1920 йылда — 692 кеше, 1926 йылда — 648 кеше, 1939—670 кеше. 1959 йылда —281 кеше,1969 йылда — 352 кеше, 1989 йылда —241 кеше, 1999 йылда — 247 кеше, 2002 кеше —228 кеше, 2010—233 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3][4].

Исемдәре:[5]

Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица))

Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))

Крәҫтиән урамы (рус. Крестьянская (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл эргәһендәге ултыртылған ағастар комплексы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. {{2010. [[Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)| Башҡортостан ауылдары}}
  3. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 11—12-се б.б..
  4. «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
  5. «Налог Белешмәһе» стастикаһында Александровка ауылы