Ахун (Дәүләкән районы)
Ауыл | |
Ахун рус. Ахуново | |
«Сания» мәсете | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Дөйәкисеүе[1] |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453418 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 72 кеше[3].
Почта индексы — 453418, ОКАТО коды — 80222831002.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 72 | 43 | 29 | 59,7 | 40,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төйлән йылғаһы буйында, район үҙәге Дәүләкәндән — 26 саҡрым, ауыл биләмәһе үҙәге Мәкәштән 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл тәүҙә «Дөйәкисеүе» исемендәге утар булараҡ 1925—1928 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. 1917 йылғы революциянан һуң ерһеҙ крәҫтиәндәргә ер бүленгән, ер эшкәртеүҙе еңеләйтер өсөн бер нисә кеше бер булып, ерҙәрен һәм булған ҡорамалдарын ҡушып ТОЗ-дарға берләшәләр. Мәкәш ауылынан Дөйәкисеүгә Ахунйәнов Зариф, Ахунйәнов Мөғәлим, Солтанов Сәйфетдин, Солтанов Мөхөтдин, Нәғимйәнов Латип, Нәғимйәнов Хәбибулла, Сәфәрғәлин Нурғәли, Абзалов Фәррәхетдин ғаиләләре менән күсеп киләләр. 1936 йылда Дөйәкисеүе үҙе бер колхозға берләшә, ауыл Ахун исемен алып китә[1]. 1930 йылда Горчаки ауыл Советы, 1935—1936 йылдарҙа Әлшәй районы Ташлы ауыл Советы, 1936 йылдан Дәүләкән районы Мәкәш ауыл Советы составына инә.1929 йылда 589,4 га ер майҙаны булған. Ауыл халҡы «Колос» («Жданов») колзозында эшләй. 1960 йылда район башҡарма комитеты «перспективаһыҙ ауыл» тигән ҡарар сығара.1989 йылға ауыл халҡы күсенеп бөтөргә тейеш була. Халыҡ һаны: 1932 йылда 189 кеше,1939 йылда 150 кеше, 1959 йылда — 134 кеше, 1969 йылда — 108 кеше, 1989 йылда — 50 кеше, 1999 йылда — 60 кеше. 2002 йылда — 52 кеше, 2009 йылда — 60 кеше, 2010 йылда — 72 кеше. Башҡорттар 97 % тәшкил итә[4]. 2013 йылдың 12 октябрендә ауылда мәсет асыла [5].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[6]
- Ахун урамы (рус. Ахуново (улица))
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 26 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәкәш): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 26 км
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре[1]:
- Ахун быуаһы
- Берҡаҙан һаҙлығы
- Төйлән йылғаһы, Берҡаҙандан юл ала
- Ҡара ҡойо
- Асылыкүл
- Дөндөк быуаһы
- Айыу баҫыуы
- Үрнә буйы
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йәйләүгә күсеү, тирмә ҡороу ҡороу» йолаһын, «Ауыҙлыҡ,йотҡолоҡ булғанда имләү» доғаһын Нәғимйәнова Хәмдиә Ғәбделгәрәй ҡыҙынан (1909 йылғы) яҙып алынған. «Дәүләкән ынйылары» китабына № 241 ингән[7].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мостафин Урал Мосаир улы (?—июнь 1919 йыл) — төҙөүсе, шәхси эшҡыуар, ауылда үҙ аҡсаһына мәсет төҙөгән.
- Тимеров Рият Хәмиҙулла улы () — Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады исеме алған «Берҡаҙан» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Тимерова Миңзилә Яҡуп ҡыҙы (15 март 1964 йыл)— педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡртостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (2009)[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 К.М.Хәмиҙуллина. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тарихы һәм тулы шәжәрәһе». — Өфө: «Мир печати», 2012 й. — С. 72.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 18—19-сы б.б..
- ↑ «Асылыкүл» гәзите «Вот таким парнем он был» Г.Саматова
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ахун ауылы
- ↑ «Дәүләкән ынйылары» 21-се, 74-се б.б. № 241 ]
- ↑ Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 114.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Налог Белешмәһе» системаһында Ахун ауылы
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 114.
- «Дәүләкән ынйылары» 2-се, 74-се б.б.
- К.М.Хәмиҙуллина. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тарихы һәм тулы шәжәрәһе». — Өфө: «Мир печати», 2012 й. — С. 72.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 18—19-сы б.б..
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- «Асылыкүл» гәзите «Вот таким он парнем был» Г.Саматова