Эстәлеккә күсергә

Ивангород (Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ивангород
рус. Ивангород
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Шестаев ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°25′00″ с. ш. 54°51′00″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Туйыш(Туяш)

Халҡы

377[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар, украиндар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453413

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 222 849 002

Код ОКТМО

80 622 449 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ивангород (Рәсәй)
Ивангород
Ивангород
Ивангород (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ивангород

Ивангород (рус. Ивангород) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 377 кеше[2]. Почта индексы — 453413, ОКАТО коды — 80222849002.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 377 177 200 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ивангород Шестаев ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 30 саҡрым алыҫлыҡта Йүкәле йылғаһы[3] буйында урынлашҡан. Ауылға XX башында Бәләбәй өйәҙендә шул уҡ өйәҙҙең Туйыш ауылы украин крәҫтиәндәре[4] Подольск губернаһы Ғайса өйәҙенең Иван-город, Гунча, Михайловка ауылдарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала[5]. 1920 йылдағы сығанаҡтарҙа Туйыш исеме менәнн теркәлгән.1913 йылда ауыл халҡы 826 дисәтинә ер менән хужалыҡ иткән. 1923 йылға тиклем Ҡаҙанғол, 1929—1930 йылдарҙа Дәүләкән улустарында. 1919—1923, 1930—1953 йылдарҙа Ивангород ауыл Советы үҙәге. 1960 йылда ауылға Царичанка ауылы ҡушыла. Ауыл халҡы 1930—1962 йылдарҙа «Октябрь», 1962—2006 йылдарҙа «Урал» колхозында эшләй.

Халҡы:1913 йылда — 364 кеше;1917 йылда 389 кеше; 1920 йылда — 344 кеше;1926 йылда — 336 кеше; 1932 йылда — 302 кеше, 1939 йылда — 259 кеше; 1959 йылда — 264 кеше; 1989 йылда — 389 кеше; 2002 йылда — 430 кеше; 2010 йылда — 377 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, тарих-тыуған яҡ мәктәп музейы бар[6].

Исемдәре:[7]

Крәҫтиән урамы (рус. Крестьянская (улица))

Царичанка урамы (рус. Царичанка (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пташко Олег Анатольевич (30 март 1962 йыл) — ғалим. Химия фәндәре докторы (2007). Салауат ҡалаһының 8‑се һәм 14‑се урта мәктәптәр уҡытыусыһы, 1988 йылдан Органик химия институты, 1992—1996 йылдарҙа Нефтехимия һәм катализ институты хеҙмәткәре, 2000 йылдан Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑ның лаборатория мөдире, 2004 йылдан — Нефттең химик механика үҙәгендә төп ғилми хеҙмәткәр, 2006 йылдан — лаборатория мөдире[8].