Искәндәр (Башҡортостан)
Ауыл | |
Искәндәр башҡ. Искандарово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Айырҡул, Апрыҡул |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар — 75% |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453422 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Искәндәр (рус. Искандарово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 254 кеше[2]. Почта индексы — 453422, ОКАТО коды — 80222810007.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 254 | 126 | 128 | 49,6 | 50,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 33 саҡрым алыҫлыҡта Айырҡул йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Өршәк-Мең улусы, 1865—1867 һәм 1923—1920 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1924 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 1914—1923 Имай-Ҡарамалы улустарында. 1919—1923 һәм 1930—1952 йылдарҙа Искәндәр ауыл Советы үҙәге. 1930 йылда ауыл составына Айырҡул ауылы инә. Ауылға Бәләбәй өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1792 йылда Өфө сауҙәгәре мишәр Искәндәр Сәпәйев, Сәйетгарғафар Мортазин, поход старшинаһы А.Айытов менән бергә нигеҙ һала. Керҙәшлек килешеүе 5 йылға индереү хоҡуғы менән 1799 йылдың 2 июлендә төҙөлә. Ауыл Искәндәр исеме менән атала, шулай уҡ Айырҡул, Апрыҡул булараҡ теркәлгән[3]. Һуңынан 1809 йылда, 1810 йылда 6 июлендәге һәм 1821 йылдың 29 сентябрендә керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. 1865 йылда 103 йортта 704 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, тимерсе кәсебе, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу һәм ат тирмәндәре булған. 1906 йылда мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 1896 йылда ауыл халҡы 1883 дисәтинә ер һәм 83 дисәтинә урман менән файҙаланған. 1919 йылда ҡыҙҙар мәктәбендә 24 ҡыҙ уҡыған. 1929 йылда ер майҙаны — 1998,8 га. Совет осоронда ауыл халҡы «Үҙәк» (1930—1950 йылдарҙа), Хрущёв исемендәге, «Авангард» колхозында эшләй. 1935 йылда май заводы, 1936 йылда почта бүлексәһе асыла, 1972 йылда Бөйөк Ватан һуғышы яүгирҙарына Һәйкәл ҡуйыла. Халҡы:1816 йылда 21 кеше, 1834 йылда 231 кеше, 1870 йылда 704 кеше, 1896 йылда 799 кеше, 1906 йылда — 1085 кеше; 1920 йылда — 935 кеше; 1939 йылда —856 кеше; 1959 йылда — 595 кеше; 1989 йылда — 297 кеше; 2002 йылда — 252 кеше; 2010 йылда — 254 кеше. Татарҙар — 75 % (2002). Дәүләкән сорттар һынау участкаһы эшләй; башланғыс мәктәп (Суйынсы урта мәктәбе филиалы) 2014 йылда ябыла, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[4][5]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[6]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 33 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бик-Ҡарамалы): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 33 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баһаутдинов Мансур Баһаутдин улы (1905 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия капитаны. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерия полкының ветеринар хеҙмәте начальнигы, 2-се ранг ветврачы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Искәндәр ауылы (Башҡортостан)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 475-се б. 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 168—170.
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Искәндәр ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Искәндәр (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2022)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 475-се б. 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 168—170.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Искәндәр ауылы