Яңы Яппар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Яңы Яппар
башҡ. Новояппарово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Ҡаҙанғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°19′22″ с. ш. 55°11′51″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1819

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1867

Халҡы

408[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар — 98%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453416

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 822 007

ОКТМО коды

80 622 422 111

ГКГН номеры

0520266

Яңы Яппар (Рәсәй)
Яңы Яппар
Яңы Яппар
Яңы Яппар (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Яппар

Яңы Яппар (рус. Новояппарово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 408 кеше[2]. Почта индексы — 453416, ОКАТО коды — 80222822007.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 408 203 205 49,8 50,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 20 км алыҫлыҡта Дим йылғаһының һул яғында урынлашҡан. 1895 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең, 1895—1867 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1923 йылдарҙа Ҡаҙанғол , 1923 −1926 йылдарҙа Дәүләкән улустарында. 1926—1930 йылдарҙа Өфө кантоны Абрай улусы, 1930—1932 йылдарҙа Шишмә районы Иҫке Шишмә ауыл Советы, 1932 йылдан Дәүләкән районы Исмәғил ауыл Советы, 1954 йылдан Ҡаҙанғол ауыл Советы составында. Ауылға Бәләбәй өйәҙе территорияяһында шул уҡ өйәҙҙең Яппар ауылы (хәҙерге Иҫке Яппар ауылы) кешеләре 1819 йылда нигеҙ һала. Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы 1895 йылда Дәүләкән мәҙрәсәһен тамамлай, Яңы Яппар ауылына мулла итеп тәғәйенләнә. Ауылда мәҙрәсә аса, унда рус теленән белем бирә. 1896 йылда 7101 дисәтинә ер һәм 637 дисәтинә урман менән файҙаланғандар. 1896 йылда 72 йортта 415 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, арба тәгәрмәстәре һәм туғындары яһау, ҡымыҙ әҙерләү һәм дауалау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Совет власы осоронда «Яңы Тормош», «Дим» колхозында эшләйҙәр. 1972 йылда акушерлыҡ-фельдшер пункты, 1975 йылда «Билдәһеҙ һалдатҡа» яҙыу менән һәйкәл, 1976 йылда ауыл клубы, 1987 йылда балалар баҡсаһы асыла. Халҡы: 1906 йылда — 485 кеше; 1920 йылда — 590 кеше; 1939 йылда — 554 кеше; 1959 йылда — 512 кеше; 1989 йылда — 372 кеше; 2002 йылда — 411 кеше; 2010 йылда — 408 кеше. Башҡорттар — 98 % (2002).[3][4]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исемдәре:[5]

  • Дим урамы (рус. Дёмская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео Яңы Яппарҙа ҡымыҙ фермаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]