Эстәлеккә күсергә

Рублёвка (Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Рублёвка
рус. Рублёвка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Бик-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°11′14″ с. ш. 55°14′43″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1898

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1902

Халҡы

112[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар, украиндар,

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453422

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 810 009

ОКТМО коды

80 622 410 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Рублёвка (Рәсәй)
Рублёвка
Рублёвка
Рублёвка (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Рублёвка

Рублёвка (рус. Рублёвка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 112 кеше[2]. Почта индексы — 453422, ОКАТО коды — 80222810009.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 112 51 61 45,5 54,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бик-Ҡарамалы ауыл Советына инә. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға 1898 йылда Полтава губернаһы Кобелякск өйәҙе Рублёвка ауылынан күсеп килеүсе украин крәҫтиәндәре Өфө крәҫтиән ер буйынса банк бүлексәһе аша 1168 дисәтинә ер һатып алып нигеҙ һала. 1913 йылда 1267 дисәтинә ере була. 1904 йылда земский башланғыс училище асыла. Училище ябай крәҫтиән өйөндә урынлаша, 1910 йылда ошо урында яңы мәктәп һалына. 1934 йылда тулы булмаған урта, һуңынан ете йыллыҡ, 1961—1989 йылдарҙа һигеҙ йыллыҡ, 1997 йылдан төп дөйөм белем биреү статусын ала. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны — 1260,2 га. Совет осоронда ауыл халҡы «Победим», Киров исемнедәге, «Заря» колхозында, Соколовка колхоз-ара мал һимертеү хужалығында эшләй. 1930 йылда тәүгеләрҙән колхоз балалар баҡсаһы асыла. 1930 йылда ауыл клубы төҙөлә. 1972 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булған яугирҙарға һәйкәл асыла. Халҡы:1902 йылда — 193 кеше; 1906 йылда — 394 кеше; 1920 йылда — 499 кеше, 1932 йылда — 495 кеше; 1939 йылда — 508 кеше; 1959 йылда — 209 кеше; 1989 йылда — 115 кеше; 1999 йылда — 118 кеше; 2002 йылда — 114 кеше; 2009 йылда — 112 кеше; 2010 йылда — 112 кеше. Украиндар, урыҫтар йәшәй (2002)[3][4].

Исемдәре:[5]

  • Полтава урамы (рус. Полтавская (улица))
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица))