Суйынсы-Николаевка
Ауыл | |
Суйынсы-Николаевка рус. Чуюнчи-Николаевка | |
Суйынсы-Николаевка ауылы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453423 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Суйынсы-Николаевка (рус. Чуюнчи-Николаевка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 558 кеше[2]. Почта индексы — 453423, ОКАТО коды — 80222846003.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 558 | 274 | 284 | 49,1 | 50,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек сыуаштар (97 %) йәшәй[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 40 саҡрым алыҫлыҡта Суйынсы йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. Ауылға 1794 йылда керҙәшлек килешеүе буйынсаса Бәләбәй өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ҡазан наместнигы ауылдарынан яңы суҡындырылған сыуаштар Николаевка (Суйынсы) исеме менән нигеҙ һала. Ҡазан наместнигынан Суйынсы- Николаевка ауылы еренә 1791 йылда уҡ күсеп киләләр. Өршәк-Мең улусы башҡорттары менән керҙәшлек килешеүе 1794 йылдың 14 июлендә 30 йылға төҙөлә. Ауыл православ Николай Чудотворец һәм Суйынсы йылғаһы исеме менән атала. 1865 тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙе Кистенлинск улусы составында. 1870 йылда ауыл Бәләбәй өйәҙендә иҫәпкә алына. 1896—1914 һәм 1923—1930 йылдарҙа Әлшәй, 1914—1965 йылдарҙа Ниғмәтулла улустарында, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 1919—1923 һәм 1930—1954 йылдарҙа ауыл Советы үҙәге. 1923—1930 һәм 1954—1965 йылдарҙа Филипповка ауыл Советы, 1965 йылдан Суйынсы ауыл Советы биләмәһендә. 1865 йылда 53 йортта 296 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, күн эше менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү (1898 йылда төҙөлгән), мәктәп, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920‑се йылдарҙан алып хәҙерге исемен йөрөтә. 1896 йылда ауыл халҡы 872 дисәтинә ер һәм 174 дисәтинә урман менән файҙаланған, 1913 йылда 3432 дисәтинә үҙ һәм 1441 ҡурымта ерҙәр менән хужалыҡ иткән, 1930—1950 йылдарҙа «Канаш», 1950—1990 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге, 1990—2000 йылдың башында «Рассвет» колхозында эшләй.
Халҡы:1795 йылда — 175 кеше; 1870 йылда — 290 кеше; 1834 йылда — 256 кеше; 1906 йылда — 519 кеше; 1920 йылда — 599 кеше; 1939 йылда — 699 кеше; 1959 йылда — 581 кеше; 1989 йылда — 524 кеше; 2002 йылда — 506 кеше; 2010 йылда — 558 кеше. Сыуаштар — 97 % (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[4]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 40 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Суйынсы): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 40 км
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитриева Нина Александровна (10 август 1948 йыыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (1999).[5]
- Ильина Ирина Сергеевна (16 март 1956 йыл) — 1990—1913 йылдарҙа мәктәп директоры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006).[5]
- Петров Николай Иванович (20 июль 1940 йыл) — 1998—2001 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Дим районының мәғариф бүлеге начальнигы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.[5]
Видеояҙмалар һәм матбуғат биттәрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Суйынсы-Николаевка
- «Балҡантау» гәзите «Салкус» ансамбле юбилейы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Суйынсы ауылы
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 147-148.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суйынсы-Николаевка // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий стр.474 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Суйынсы ауылы
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 336—338-се б.б..
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 147-148.