Эстәлеккә күсергә

Исмәғил (Дәүләкән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Исмәғил
рус. Исмагилово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Ҡаҙанғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°15′54″ с. ш. 55°07′44″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1812

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1816

Халҡы

150[1] кеше (2010)

Милли состав

башкорттар — 92%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453416

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 222 822 005

Код ОКТМО

80 622 422 106

Номер в ГКГН

0519270

Исмәғил (Рәсәй)
Исмәғил
Исмәғил
Исмәғил (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Исмәғил

Исмәғил (рус. Исмагилово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 150 кеше[2]. Почта индексы — 453416, ОКАТО коды — 80222822005.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 150 70 80 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығыш табан 12 саҡрым алыҫлыҡта Шунтаҡ күле (Дим йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы, 1895—1897 һәм 1923—1930 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1923 йылдарҙа Ҡаҙанғол улустары составында. Ауылға 1812 йылда Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур хәрби губернаторы Г. С. Волконский ордеры буйынса Троицк өйәҙе Исмәғил ауылы башҡорттары нигеҙ һала. 1816 йылда 7 ихатала 40 кеше йәшәгән. 1863 йылда башҡорт ауылдары: Исмәғил, Дәүләкән, Ҡаҙанғол, Шәриптән Дәүләкән ауыл хужалығы йәмғиәте ойошторола. 1895 йылдың 25 ноябрендә үҙ аллы Исмәғил ауыл хужалығы йәмғиәте ойошторола. 1890 йылда ауылда мәсет төҙөлә. 1896 йылда ауыл халҡы 4223 дисәтинә ер, 171 дисәтинә урман менән файҙаланған. Ҡымыҙ әҙерләү һәм дауалау менән билдәле булғандар. Малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1929 йылда ер майҙаны 1496,9 га тәшкил итә. 1930 йылдан ауыл кешеләре «Ҡыҙыл Тормош», Салауат исемендәге, «Дим» колхозында эшләгән. Башланғыс мәктәп (Ҡаҙанғол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Халҡы: 1870 йылда — 180 кеше; 1896 йылда — 249 кеше; 1906 йылда — 293 кеше; 1917 йылда — 292 кеше; 1920 йылда — 347 кеше; 1939 йылда — 265 кеше; 1959 йылда — 244 кеше; 1989 йылда — 135 кеше; 1999 йылда — 136 кеше; 2002 йылда— 137 кеше; 2009 йылда — 148 кеше; 2010 йылда — 150 кеше. Башҡорттар — 92 % (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡаҙанғол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.[3][4]

Исемдәре:[5]

  • Тимер юл урамы (рус. Железнодорожная (улица))
  • Күл урамы (рус. Озёрная (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]