Эстәлеккә күсергә

Солтанбәков Рим Миңнулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтанбәков Рим Миңнулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Исмәғил, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө юрист
Уҡыу йорто Урал дәүләт юридик университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Обвинитель Салауат

Солтанбәков Рим Миңнулла улы (1 ғинуар 1947 йыл) — прокуратура органдары ветераны. 19781996 йылдарҙа Башҡортостан прокуратураһының яуаплы хеҙмәткәре, 19972002 йылдарҙа Салауат ҡала прокуроры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1989), Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим Миңнулла улы Солтанбәков 1947 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Исмәғил ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында колхоз эштәрендә башлай, һуңынан Өфө ҡалаһында заводта эшләй.

1970 йылда Свердловск (хәҙер Екатеринбург) юридик институтының Өфө факультетын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң, 1970 йылдан 2002 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында эшләй: тәфтишсе, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы мөдире, Салауат ҡалаһы прокуроры, ә һуңғараҡ Рәсәй Халыҡ Патриоттар союзының Башҡортостан Республика бүлексәһе адвокаты. Дәүләт һәм бюджет средстволары менән файҙаланыуҙы контролдә тотоу өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы була[1].

Солтанбәков Рим Минулла улы 2012 йылдың апрелендә Бөтә Рәсәй прокуратура ветерандары һәм пенсионерҙары йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан өлкә бүлексәһе Советы рәйесе итеп һайлана[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1989);
  • Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1997);
  • 1-се дәрәжә «Законға тоғролоҡ өсөн» отличиеһы билдәһе;
  • «Рәсәй прокуратураһына 290 йыл» миҙалы;
  • «Прокуратура ветераны» миҙалы;
  • «Руденко миҙалы» (ведомство наградаһы).

Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенең егерменән ашыу дәртләндереүенә һәм Рәхмәт хаттарына эйә. КПСС Үҙәк Комитеты, Юғары Совет Президиумы, СССР Министрҙар Советы һәм Бөтә Союз Үҙәк профсоюздар Советының Почет грамоталары менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]