Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Федерацияһының Прокуратураһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы
РФ прокуратураһы эмблемаһы
РФ прокуратураһы флагы
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Рәсәй
Нигеҙләнгән 1992 йылдың 12 ғинуары
РСФСР Прокуратураһы
Штаб-квартира Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү
РФ Генеральный прокуроры Чайка Юрий Яковлевич
Урынбаҫар Буксман Александр Эмануилович
Сайт
http://genproc.gov.ru
РФ Генераль прокуратураһы бинаһы. 1992 йыл.
РФ Генераль прокуратураһы бинаһы. 2006 йыл.
РФ Генераль прокуратураһының Петровкалағы  бинаһы.

Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы  —    Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының һәм Рәсәй   территорияһында эш иткән закондарҙың үтәлешен Рәсәй Федерацияһы исеменән күҙәтеү бурысын үтәүсе үҙәкләштерелгән  федераль органдар системаһы. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы федераль закондар менән билдәләнгән башҡа функцияларҙы ла башҡара. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының вәкәләттәре, эшмәкәрлегенең ойошторолошо һәм тәртибе  «Рәсәй Федрацияһы прокуратуры тураһында»ғы Федераль закон менән билдәләнә[1]. Хәрбиләштерелгән дәүләт ойошмаһы булып тора[2]. Рәсәй прокуратураһында федераль хәрби, хоҡуҡ һаҡлау һәм граждан дәүләт хеҙмәте булдырылған. Прокуратура үҙ вәкәләттәрен дәүләт власы органдарына (закондар сығарыу, башҡарма, суд) бәйһеҙ тормошҡа ашыра, властың бер тармағына ла буйһонмай. 

Тарихы

1722 йылдың 12 ғинуарында, Петр I-нең Сенатҡа бирелгән Исемле Юғарғы Указына ярашлы, Рәсәй прокуратураһы ойошторола. Прокуратураны ойошторғанда Петр I тарафынан уның алдына «эштәрҙәге тәртипһеҙлектәрҙән, ғәҙел хөкөм сығармауҙан, ришүәтселектән һәм ҡанунһыҙлыҡтан килеп сыҡҡан золомдо бөтөрөргә йә кәметергә» тигән бурыс ҡуйыла.

Сенаттың беренсе Генерал-прокуроры итеп император граф Павел Иванович Ягужинскийҙы билдәләй. Сенаторҙарҙы Генерал-прокурор менән таныштырғанда, Петр I былай ти: «Бына минең күҙем, уның менән мин бөтәһен дә күрермен».

1802 йылдан прокуратура институты яңы булдырылған Юстиция министрлығының состав өлөшөнә әйләнә, ә юстиция министры вазифаһы буйынса Генерал-прокурор ҙа була.

1864 йылда суд реформаһы була. Ул "Суд үҙгәртеп ҡороуҙарының төп башланғыстары"н билдәләй. Уларға ярашлы, урындарҙа айырым прокурорҙар билдәләү һәм уларҙың иптәштәрен тәғәйенләү ҡарала.

1917 йылдың ноябрендә илдәге юғары власть органы — Халыҡ Комиссарҙары Советы — тарафынан Суд тураһында 1-се декрет ҡабул ителә, уға ярашлы, революцияға тиклемге судтар, суд тәфтишселәре, прокурор күҙәтеүе, присяжныйҙар һәм шәхси адвокатура институттары бөтөрөлә. Уларҙың функцияларын яңы ойошторолған халыҡ судтары, шулай уҡ революцион трибуналдар үтәй башлай. Алдан тәфтишләү үткәреү өсөн махсус тәфтиш комиссиялары ойошторола.

1922 йылдың майында ВЦИК ҡарары менән беренсе «Прокурор күҙәтеүе тураһында положение» ҡабул ителә, уға ярашлы, Юстиция халыҡ комиссариаты составында Дәүләт Прокуратураһы булдырыла. Прокуратураға түбәндәге бурыстар йөкмәтелә:

— бөтә власть органдарының, хужалыҡ учреждениеларының, йәмәғәт, шәхси ойошмаларҙың һәм айырым кешеләрҙең эш-ғәмәлдәренең законлылығына күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу, ғәйеплеләргә ҡаршы енәйәт эҙәрләүе ҡулланыу һәм законды боҙған ҡарарҙарға ҡаршы протест биреү;

— енәйәттәрҙе асыу өлкәһендә тәүтикшереү үткәреүсе тәфтиш органдарының эшмәкәрлеген, шулай уҡ дәүләт сәйәси идара итеү органдары эшмәкәрлеген күҙәтеү; — судта ғәйепләүсе яҡты яҡлау;

— тотҡондарҙың һаҡ аҫтында дөрөҫ тотолоуын күҙәтеү. 1923 йылдың ноябрендә ССР Союзы Юғары судының Прокуратураһы ойошторола, уға киң вәкәләттәр — закондар сығарыу инициативаһы һәм илдең юғары власть органдарында кәңәш биреү тауышы хоҡуғы, шулай уҡ СССР Юғары суды коллегияларының ҡарарҙарын һәм хөкөмдәрен туҡтатып тороу хоҡуғы бирелә. 1933 йылдың июнендә ССР Союзының Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары менән ССР Союзының прокуратураһын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уға түбәндәге өҫтәмә функциялар ҙа йөкмәтелә:

— ССР Союзының һәм союздаш республикаларҙың һәм урындағы власть органдарының ҡарарҙары һәм бойороҡтарының Конституцияға һәм ССР Союзы хөкүмәте ҡарарҙарына ярашлы булыуы өҫтөнән күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу;

— союздаш республикалар суд учреждениеларының закондарҙы дөрөҫ һәм бер төрлө ҡулланыуын күҙәтеү (теләһә ҡайһы эште теләһә ниндәй башҡарыу стадияһында һоратып алыу, судтарҙың хөкөмдәре һәм ҡарарҙары өҫтөнән юғарыраҡ суд инстанцияларына протест тапшырыу һәм уларҙың башҡарылыуын туҡтатып тороу хоҡуғы менән);

— енәйәт эҙәрләүен ҡуҙғатыу һәм ССР Союзы территорияһындағы бөтә суд инстанцияларында ғәйепләү яғын яҡлау;

— махсус хәлдә торғанлыҡтан ОГПУ, милиция, енәйәт тикшереү бүлеге һәм холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениеларының эш-ғәмәлдәренең законлылығы һәм дөрөҫлөгө өҫтөнән күҙәтеү;

— союздаш республикалар прокуратураларының эшмәкәрлегенә дөйөм етәкселек.

1933 йылдың декабрендә раҫланған «ССР Союзының Прокуратураһы тураһында положение» СССР Прокуратураһының хоҡуҡи статусын үҙ аллы дәүләт органы тип билдәләй. СССР Юғары судының Прокуратураһы юҡҡа сығарыла.

ССР Союзының беренсе прокуроры итеп Иван Алексеевич Акулов тәғәйенләнә. "ССР Союзының Прокуратураһы тураһында положение"ла прокурор күҙәтеүенең традиционға әйләнгән тармаҡтары билдәләнә: дөйөм күҙәтеү, суд органдарының закондарҙы дөрөҫ һәм бер төрлө ҡулланыуын күҙәтеү; тәүтикшереү һәм алдан тәфтишләү органдарының законды үтәүен күҙәтеү; ОГПУ, милиция, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары эш-ғәмәлдәренең законлылығын һәм дөрөҫлөгөн күҙәтеү. Положениела прокуратура органдары системаһы һәм структураһы билдәләнә. Структура подразделениелары булараҡ Прокуратураға хәрби һәм транспорт прокуратуралары ҡарай. Шулай итеп, 1936 йылда прокуратура органдары юстиция системаһынан тулыһынса сығарылып бөтә һәм үҙ аллы берҙәм үҙәкләштерелгән система хасил итә.

Прокуратура органдары эшмәкәрлегенең дәүләт һәм сәйәси әһәмиәтен иҫәпкә алып, прокуратура органдарының абруйын, йоғонтололоғон тағы ла күтәреү маҡсатында СССР Юғары Советы 1946 йылдың мартында «СССР Прокурорына СССР-ҙың Генераль прокуроры тигән атама биреү тураһында» СССР Законын ҡабул итә.

Константин Петрович Горшенин СССР-ҙың беренсе Генераль прокуроры була. 1955 йылдың майында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «СССР-ҙа прокурор күҙәтеүе тураһында положение» тигән ифрат мөһим закон акты раҫлана. Положениеның 1-се статьяһы СССР-ҙың Генераль прокурорына бөтә министрлыҡтар һәм уларға буйһонған учреждениелар, шулай уҡ СССР граждандары тарафынан закондарҙың теүәл үтәлеүенә юғары күҙәтеүҙе йөкмәтә.

1977 йылда СССР-ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителгәс, ССР Союзы Прокуратураһы уның нигеҙендә СССР Прокуратураһы тураһындағы Закон проектын эшләй. Закон 1979 йылдың ноябрендә ҡабул ителә һәм 1955 йылда раҫланған "СССР-ҙа прокурор күҙәтеүе тураһындағы положение"ны алмаштыра.

СССР тарҡалғас, 1992 йылдың ғинуарында, «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында» яңы Федераль закон ҡабул ителә.

Яңы Законда граждандарҙың закондарҙы үтәүен күҙәтеү юҡҡа сығарыла, прокуратураның хужалыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҫылыуы тыйыла, прокурор күҙәтеүенең йөкмәткеһе бик ныҡ үҙгәрә. Кешенең һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре үтәлешен күҙәтеүгә өҫтөнлөк эҙмә-эҙ тормошҡа ашырыла.

Прокуратура эшмәкәрлегенең йүнәлештәре

Закондың өҫтөнлөгөн тәьмин итеү, законлылыҡты, шулай уҡ йәмғиәт һәм дәүләт мәнфәғәттәренең  закон менән һаҡланғанлығын нығытыу  маҡсатында Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы түбәндәгеләрҙе күҙәтеүҙе тормошҡа ашыра:

  • башҡарма властың федераль органдары (федераль министрлыҡтар, дәүләт комитеттары, федераль хеҙмәттәр һ. б.), Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власының  закон сығарыусы (вәкиллекле) һәм башҡарма органдары, урындағы үҙидаралыҡ органдары, хәрби идаралыҡ органдары, контроль органдары, уларҙың вазифалы кешеләре, юридик берәмектәрҙең идара итеү органдары һәм етәкселәре тарафынан закондарҙың үтәлешен, шулай уҡ улар сығарған хоҡуҡи акттарҙың закондарға ярашлылығын (дөйөм күҙәтеү),
  • оператив эҙләү, тәүтикшереү һәм алдан тәфтишләү эшмәкәрлеге алып барған органдарҙың закондарҙы үтәүен,
  • суд приставтарының закондарҙы үтәүен,
  • суд тәғәйенләгән язаларҙы башҡарыусы һәм мәжбүр итеү сараларын ҡулланыусы органдар һәм учреждениелар хакимиәттәренең, шулай уҡ тотолғандарҙы һәм һаҡ аҫтына алынғандарҙы тотоу урындарының хакимиәттәренең закондарҙы үтәүен.

Прокуратура эшмәкәрлегенең башҡа йүнәлештәре:

  • енәйәтселек менән көрәштә хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеген көйләү,
  • халыҡ-ара хеҙмәттәшлек,
  • махсус баҫмалар сығарыу.

Прокурорҙар шулай уҡ судтарҙың эштәрҙе ҡарауында ҡатнаша, законға ҡаршы килгән суд ҡарарҙарына күрһәтмәләр ебәрә, хоҡуҡ нормаларын ижад итеү эшмәкәрлегендә ҡатнаша, дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары ултырыштарында ҡатнаша, ғаризалар, ялыуҙар һәм башҡа мөрәжәғәттәрҙе ҡарай. 

Прокуратураның структураһы

Рәсәй Федерацияһының Прокуратураһы  — органдарҙың һәм учреждениеларҙың үҙәкләштерелгән  системаһы, түбәнге баҫҡыстарҙағы прокурорҙар юғарғыларына һәм Рәсәй Федерацияһының Генераль прокурорына буйһоноуынан тора; был системаға инәләр[3]:

  • Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы
  • Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының академияһы 
  • Рәсәй Федерацияһы субъекттарының прокуратуралары
  • ҡалалар һәм райондар прокуратуралары (һәм башҡа территориаль прокуратуралар)
  • Хәрби прокуратура
  • Махсус прокуратуралар (транспорт, тәбиғәтте һаҡлау, пенитерциар, айырым режимлы объекттар)
  • Прокуратураның ғилми һәм уҡыу ойошмалары
  • Прокуратура  баҫмаларының редакциялары.

Прокуратура органдарын һәм учреждениеларын ойоштороу, үҙгәртеп ойоштороу һәм ябыу, уларҙың статусын һәм компетенцияһын  билдәләү Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуроры тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Рәсәй Федерацияһының Генераль  прокуроры Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһына етәкселек итә, ул Рәсәй Федерацияһы Президентының тәҡдиме буйынса Федерация  Советы тарафынан вазифаһына тәғәйенләнә һәм вазифаһынан бушатыла.  

Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының урынбаҫарҙары (шул иҫәптән беренсе урынбаҫар, Рәсәй Федерацияһының Баш хәрби прокуроры, Рәсәй Федерацияһы  Генераль прокурорының федераль округтарҙағы урынбаҫарҙары)  Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуроры тәҡдиме буйынса Федерация Советы тарафынан вазифаһына тәғәйенләнә һәм вазифаһынан бушатыла.

Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһы структураһына баш идаралыҡтар (шул иҫәптән федераль округтар буйынса), идаралыҡтар, бүлектәр, шулай уҡ Баш хәрби прокуратура структура подразделениеһы хоҡуғында инә. Субъекттарҙың прокурорҙары Рәсәй Федерацияһы прокуратураларына етәкселек итә һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан РФ субъекттары менән яраштырыу буйынса тәғәйенләнә. Бүтән прокурорҙар — хәрби һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары прокурорҙарына тиңләштерелгән  башҡа махсус прокурорҙар Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуроры тәҡдиме буйынса вазифаға тәғәйенләнәләр һәм бушатылалар. 

«РФ прокуратураһы тураһында» Федераль закон түбәндәге вазифаларҙы күҙҙә тота:

Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһында
  • Генераль прокурор
  • Генераль прокурорҙың беренсе урынбаҫары
  • Генераль прокурор урынбаҫары
  • Генераль прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы (баш идаралыҡтарҙың, идаралыҡтарҙың, идаралыҡ хоҡуғындағы бүлектәрҙең начальниктары, советниктар, өлкән ярҙамсылар һәм айырым поручениелар буйынса өлкән ярҙамсылар)
  • Генераль прокурор ярҙамсыһы (баш идаралыҡтарҙың, идаралыҡтарҙың, идаралыҡ хоҡуғындағы бүлектәрҙең начальник урынбаҫарҙары, идаралыҡтар составындағы бүлектәр начальниктары, ярҙамсылар һәм айырым поручениелар буйынса ярҙамсылар, Генераль прокурорҙың беренсе ярҙамсыһының һәм Генераль прокурор урынбаҫарҙарының айырым поручениелар буйынса ярҙамсылары)
  • Өлкән прокурор һәм прокурор (баш идаралыҡтарҙа, идаралыҡтарҙа һәм бүлектәрҙә)
Рәсәй Федерацияһы субъекттарының прокуратураларында һәм уларға тиңләштерелгән прокуратураларҙа
  • Прокурор
  • Прокурорҙың беренсе урынбаҫары
  • Прокурор урынбаҫары
  • Прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы (идаралыҡтар, идаралыҡ хоҡуғындағы бүлектәр начальниктары)
  • Прокурор ярҙамсыһы (идаралыҡ начальниктары урынбаҫарҙары, идаралыҡтар составындағы бүлектәрҙең начальниктары, прокурор ярҙамсылары, прокурорҙың айырым поручениелары буйынса ярҙамсылары)
  • Өлкән прокурор һәм прокурор (идаралыҡтарҙа һәм бүлектәрҙә)


Ҡалалар, райондар прокуратураларында һәм уларға тиңләштерелгән прокуратураларҙа
  • Прокурор
  • Прокурорҙың беренсе урынбаҫары
  • Прокурор урынбаҫары
  • Бүлек начальнигы
  • Прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы
  • Прокурор ярҙамсыһы

 Прокурорҙарҙың төп вәкәләттәре

Үҙенә йөкмәтелгән функцияларҙы башҡарғанда прокурор үҙ күҙәтеүе аҫтындағы органдарҙың территорияларына һәм биналарына ҡаршылыҡһыҙ инергә, кәрәкле документтарҙы һәм материалдарҙы биреүҙәрен талап итергә, аңлатмалар алыр өсөн вазифалы кешеләрҙе һәм  граждандарҙы саҡырырға хоҡуҡлы. Прокурор (йә уның урынбаҫары) законға ҡаршы килгән (йәки кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙған) хоҡуҡи актҡа протест; норматив хоҡуҡи акттарҙа коррупциоген  факторҙарҙы бөтөрөү тураһында талап килтерә; вазифалы кешегә закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү һәм ғәйепле вазифалы кешене дисциплинар йә матди яуаплылыҡҡа тарттырыу талабы менән күрһәтмә индерә; ундай хоҡуҡи актты ғәмәлдә түгел тип таныу талабы менән судҡа мөрәжәғәт итә, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатыу хаҡында ҡарар сығара; законды боҙоуға ярамағанлығы тураһында яҙма иҫкәртеү яһай, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарай һәм тикшерә.  Прокурор судтарҙың эштәрҙе  ҡарауында ҡатнаша, ул үҙе судҡа ғариза бирергә йәки процестың теләһә ҡайһы стадияһында эшкә ҡушылырға хоҡуҡлы. Прокурор (йә уның урынбаҫары) үҙ компетенцияһы сиктәрендә өҫтәрәк торған судҡа законһыҙ йә нигеҙһеҙ суд ҡарары (хөкөм, билдәләмә, ҡарар) өҫтөнән апелляция, айырым һәм күҙәтеү күрһәтмәһе  (ялыу) бирә. Судта енәйәт эҙәрләүен тормошҡа ашырып, прокурор дәүләт ғәйепләүсеһе сифатында сығыш яһай. Прокурорҙар уларға  «РФ прокуратураһы тураһында» Федераль закон, Рәсәй Федерацияһының процессуаль һәм башҡа ҡануниәте тарафынан  йөкмәтелгән башҡа вәкәләттәрҙе лә башҡара. 

Прокуратура ҡарамағындағы Тәфтиш комитеты — 2011 йылдың 15 ғинуарына Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы ҡарамағындағы Тәфтиш комитеты Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты итеп үҙгәртелде. Тәфтиш комитетының Рәйесе туранан-тура Рәсәй Федерацияһы Президентына буйһона. 

Класс чиндары һәм хәрби  званиелар

Класс чиндары

Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең класс чиндары —  прокуратура хеҙмәткәрҙәренә ФЗ № 2202-1-нең 41-се статьяһына ярашлы бирелә торған шәхси хеҙмәт разрядтары. Улар вазифаға һәм эш стажына ҡарап, хеҙмәткәрҙең хеҙмәт һәм һөнәри үҫеше тураһында шаһитлыҡ итеп бирелә.  Прокуратура — «РФ дәүләт хеҙмәте системаһы тураһында» Федераль Законына ярашлы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәтенең класс чиндары бирелә торған берҙән-бер дәүләт органы.  РФ прокуратураһында түбәндәге класс чиндары бирелә:

Кесе начальниктар составы Өлкән начальниктар составы
Көндәлек кейем формаһының погондары


Класс чины  3 класлы юрист  2 класлы юрист 1 класлы юрист Юстицияның

кесе советнигы

Юстиция советнигы Юстицияның

өлкән советнигы

Юғары начальниктар составы
Көндәлек кейем формаһының погондары
Класс чины Юстицияның 3 класлы дәүләт советнигы 


Юстицияның 2 класлы дәүләт советнигы 


Юстицияның 1 класлы дәүләт
советнигы

Юстицияның ғәмәлдәге

дәүләт советнигы

Башланғыс класс чины прокуратура органдары һәм учреждениеларының аттестация үткән юғары юридик белемле хеҙмәткәрҙәренә бирелә. 

Хеҙмәткәргә тәүләп бирелгән класс чиндарының ниндәйе лә башланғыс класс чины тип иҫәпләнә.  

2014 йылдан юғары белеме булмаған кешеләр прокурор хеҙмәткәрҙәре вазифаларына алынмай. 

Юғары белемле һәм вазифаға тәүге тапҡыр тәғәйенләнгән прокурор хеҙмәткәрҙәренә 3 класлы юрист башланғыс класс чины бирелә. 

Хәрби званиелар

Хәрби прокуратура органдарында хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәр хәрби хеҙмәткәр статусына эйә. Бындай хеҙмәткәрҙәргә,  «Ғәскәри бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында» Федераль законға ярашлы, хәрби званиелар бирелә[4].

Хеҙмәт ҡоралы

 «Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы тураһында» 1992 йыл 17 ғинуарҙағы  2202-1-се Федераль закондың 45-се статьяһына ярашлы, прокурорҙар хәрби атыу ҡул ҡоралын (пистолеттар, револьверҙар) һәм махсус средстволарҙы даими  йөрөтөргә һәм һаҡларға, шулай уҡ уларҙы Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә ҡулланырға  хоҡуҡлы.[5]

Бүләктәр

РФ Генераль  прокурорының  2007 йылдың 1 ғинуарындағы «„Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре“ күкрәккә тағылмалы билдәһе тураһында положениены раҫлау хаҡында»ғы 1-се , 2007 йылдың 2 февралендәге  «„Бик яҡшы хеҙмәт өсөн“ күкрәккә тағылмалы билдәһе тураһында положение хаҡында»ғы 107-к һанлы һәм  2007 йылдың 6 апрелендәге  «Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының наградалары тураһында»ғы 393-сө бойороҡтарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының ведомство наградалары булдырылды[6]:

Миҙал Исеме Булдырылыу

датаһы

«Законға тоғролоҡ өсөн» отличие билдәһе[7]

 — I, II, III дәрәжә

6 апрель 2007 йыл
«Йоғонтоло эш өсөн» миҙалы[8]
6 апрель 2007 йыл
«Прокуратура ветераны» миҙалы[8]
6 апрель 2007 йыл
«Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре» күкрәккә тағылмалы билдәһе[9]
10 ғинуар 2007 йыл
«Бик яҡшы хеҙмәт өсөн» күкрәккә тағылмалы билдәһе[10]
2 февраль 2007 йыл
«Рәсәй прокуратураһына 290 йыл» миҙалы[11] 25 ноябрь 2011 йыл
Руденко миҙалы[12] 18 март 2015 йыл

Прокурор анты

« Үҙемде Законға хеҙмәт итеүгә бағышлап, тантаналы ант итәм:
— Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын, Рәсәй Федерацияһының закондарын һәм халвҡ-ара йөкләмәләрен изге күреп үтәргә, уларҙан әҙгә генә лә тайпылмаҫҡа;
— кем тарафынан ҡылыныуына ҡарамаҫтан, закон боҙоуҙарға ҡаршы бер ниндәй килешеүҙәргә бармайынса көрәшергә, прокурор күҙәтеүенең юғары һөҙөмтәле булыуына ынтылырға;
— шәхестең, йәмғиәттең һәм дәүләттең мәнфәғәттәрен әүҙем яҡларға;
— граждандарҙың тәҡдимдәренә, ғаризаларына һәм ялыуҙарына һиҙгер һәм иғтибарлы ҡарарға, кеше яҙмыштарын хәл иткәндә объектив һәм ғәҙел булырға;
— дәүләт серҙәрен һәм закон тарафынан һаҡланған башҡа серҙәрҙе ҡәтғи һаҡларға;
— оҫталыҡты даими камиллаштырырға, һөнәри намыҫты ҡәҙерләп һаҡларға, һатылғыһыҙлыҡ, мораль сафлыҡ, баҫалҡылыҡ өлгөһө булырға, прокуратураның иң яҡшы традицияларын изге күреп һаҡларға һәм арттырырға.
Антты боҙоу прокуратура органдарында артабан ҡалыу менән һыйыша алмағанын аңлайым.
«Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында» Федераль закон, 40.4-се статья
»

Етәкселек

Рәсәй Прокуратураһы

Генераль прокурор:

  • Чайка Юрий Яковлевич — генераль прокурор.

Беренсе урынбаҫар:

  • Буксман Александр Эмануилович —  генераль прокурорҙың беренсе урынбаҫары.

Урынбаҫарҙар:

  • Винниченко Николай Александрович
  • Воробьев Сергей Дмитриевич
  • Гринь Виктор Яковлевич 
  • Гулягин Юрий Александрович 
  • Гуцан Александр Владимирович 
  • Зайцев Сергей Петрович 
  • Забарчук Евгений Леонидович 
  • Звягинцев Александр Григорьевич 
  • Золотов Юрий Михайлович 
  • Кехлеров Сабир Гаджиметович 
  • Лопатин Геннадий Борисович 
  • Малиновский Владимир Владимирович 
  • Пономарев Юрий Александрович 
  • Семчишин Иван Григорьевич 
  • Сыдорук Иван Иванович 
  • Фридинский Сергей Николаевич

Рәсәй Федерацияһы генераль прокурорының советниктары:

Һаны

Рәсәй Федерацияһы Президентының  2016 йылдың 22 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһы прокуратура органдарының дөйөм штат һаны тураһында»ғы 701-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы прокуратура органдарының дөйөм штат һаны  51 014 берәмек, шул иҫәптән хәрби прокуратурала  3102 берәмек (шуларҙан хәрби хеҙмәткәрҙәр — 2063 кеше, граждан персоналы — 1039 кеше) тип билдәләнгән[13].

Белем биреү

  • Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының академияһы (Мәскәү ҡалаһы)

Ғилми өлкә 

  • Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһы академияһының  ғилми-тикшеренеү институты (Мәскәү ҡалаһы)

Иҫкәрмәләр

  1. Федеральный закон «О прокуратуре Российской Федерации».
  2. Статья 5 Федерального закона «Об оружии».
  3. Структура 2013 йыл 27 ғинуар архивланған. Генеральная прокуратура Российской Федерации
  4. Федеральный закон «О прокуратуре»
  5. ст. 45 Меры правовой защиты и социальной поддержки прокуроров
  6. Награды прокуратуры Российской Федерации 2011 йыл 24 декабрь архивланған.
  7. РФ Генпрокурорының 2007 йыл 6 апрель № 393-к «РРәсәй Федерацияһы прокуратураһының бүләктәре тураһында» приказы
  8. 8,0 8,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Приказ ГП РФ № 393-к төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  9. Приказ Генерального прокурора РФ от 10 января 2007 года № 1 «Об утверждении Положения о нагрудном знаке „Почётный работник прокуратуры Российской Федерации“»
  10. Приказ Генерального прокурора РФ от 2 февраля 2007 г. № 107-к «Об утверждении Положения о нагрудном знаке „За безупречную службу“»
  11. Приказ Генерального прокурора Российской Федерации от 25 ноября 2011 г. № 415 «Об учреждении медали прокуратуры Российской Федерации „290 лет прокуратуре России“»
  12. Учреждена награда прокуратуры Российской Федерации «Медаль Руденко» 2018 йыл 30 декабрь архивланған.
  13. Указ Президента РФ от 22 декабря 2016 г. № 701.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар