18 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
18 март | |
![]() |
18 март — григориан стиле буйынса йылдың 77-се (кәбисә йылында 78-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 288 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Һалым полицияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1900: Нидерландтың «Аякс» футбол клубы ойошторола.
- 1942: Бәләбәй энергомеханика заводы эш башлай.
- 1944: БАССР-ҙың 25 йыллығы исемендәге самолёттар эскадрильяһын төҙөүгә 80 миллион һум аҡса йыйған республика эшселәренә
И. В. Сталиндан Рәхмәт телеграммаһы килә. - 1960: СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһында «Клуб путешественников» тапшырыуының тәүге эфиры.
- 1965: СССР-ҙың лётчик-космонавы Алексей Леонов кешелек тарихында беренсе булып асыҡ космосҡа сыға.
- 2014: Ҡырым Республикаһы Рәсәйгә ҡушыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юнысов Марат Сабир улы (1940), ғалим-химик. 1990 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтының лаборатория мөдире, директор урынбаҫары, 1994—2015 йылдарҙа — директоры, бер үк ваҡытта 2006—2011 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Президиум рәйесе. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), химия фәндәре докторы (1974), профессор (1983).
- Грешнова Татьяня Павловна (1950), инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 1972—2006 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең участка начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Чекирова Людмила Дмитриевна (1950), опера йырсыһы. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 2011 йылдан — педагог-репетиторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000), Төркмән ССР-ының атҡаҙанған (1991) артисы, Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Мелякова Татьяна Викторовна (1955), архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзының архитектура оҫтаханаһы начальнигы, 2008 йылдан — «Генпроект» йәмғиәтенең баш архитекторы, бер үк ваҡытта 2002—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (2004). Сығышы менән Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһынан.
- Сухоруков Анатолий Михайлович (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 2009 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Почёт ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Бәрҙешле ауылынан.
- Шәрипов Ғаяз Закир улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 2006—2011 йылдарҙа «Башкирская медь» берекмәһенең генераль директоры, 2011 йылдан — «Башкирнефтепродукт» берекмәһенең Урал филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әмин Зөбәйеров (1891—23.05.1963), театр актёры. 1922—1963 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1955) кавалеры.
- Латипов Мәркәз Карам улы (1926—17.01.1999), нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1950 йылдан «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында өлкән инженер, нефть разведкаһы начальнигы, бүлек начальнигы; 1956 йылдан «Туймазабурнефть» тресының быраулау контораһы директоры, 1964 йылдан — идарасыһы; 1970 йылдан Өфө быраулау эштәре идаралығы начальнигы. 1981—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының төп инженеры. Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1986), Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976) һәм почётлы нефтсеһе (1974). Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры.
- Нуриев Дамир Әхмәт улы (1941), ғалим-философ. 1970—1976, 1993—2011 йылдарҙа һәм 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2011 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканы, философия тарихы һәм фәне кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).
- Әмеров Фәнис Садиҡ улы (1946), дәүләт хеҙмәте һәм эске эштәр органдары ветераны. 1969—1997 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре; 1997—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, шул иҫәптән 1999 йылдан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары — Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе; 2003—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары; 2004—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәйес урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Ванюшкина Тамара Григорьевна (1951), хеҙмәт ветераны. 1974 йылдан Яңы Балаҡатай район элемтә узелы почтальоны, артабан электромеханик, элемтә буйынса өлкән электромеханик, телеграф һәм телефон элемтәһенең көсәйтеү пункты етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (1998) һәм элемтә тармағы ветераны. Сығышы менән ошо райондың Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Никитин Владимир Васильевич (1951), журналист. 1995—2015 йылдарҙа Дыуан районының «Дуванский вестник» гәзите мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо райондың Кошелевка ауылынан.
- Рафиҡова Дилара Мөхитдин ҡыҙы (1961), Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Яугел» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан.
- Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы (1966), уҡытыусы, журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһы мәғәриф алдынғыһы (2015). Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусы» конкурсы еңеүсеһе (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйетғәлиев Зифҡәт Ислам улы (1947), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Осипов Николай Иванович (1952—23.05.2015), бейеүсе, мануаль терапевт. 1976—1996 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алымов Алексей Михайлович (1923—22.02.2009), мәғариф хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, отделение командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Рәсүл Ҡарабулатов (1968), ҡурайсы, йырсы һәм театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дойников Алексей Иванович (1919—3.12.2006), ғалим-стоматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй медицина-техник академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, атҡаҙанған табибы һәм почётлы уйлап табыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Тәләк ауылынан.
- Лутыев Лутфир Лутыевич (1924—2008), педагог, мәғариф эшмәкәре. 1965—1985 йылдарҙа Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Аксёнов Сергей Геннадьевич (1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе һәм иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау факультеты деканы. Юридик фәндәр кандидаты (1996), иҡтисад фәндәре докторы (2008), профессор (2010). Журналистар союзы ағзаһы (2005). СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы (1959), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Ике тапҡыр Бөтә Союз универсиадаһы чемпионы (1980), ике тапҡыр РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1981). 1980—1982 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Абрамова Ирина Евгеньевна (1974), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1996) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). 1997—2001 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1780: Василий Давыдов, Рәсәй империяһы офицеры, шағир, декабрист.
- 1858: Рудольф Дизель, Германия инженеры һәм уйлап табыусыһы, беренсе эске яныулы двигатель эшләүсе.
- 1895: Семён Урицкий, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Ҡыҙыл Армияның разведка идаралығы начальнигы, комкор.
- 1930: Самвел Григорян, СССР һәм Рәсәй ғалимы, академик.
- 1935: Владимир Санги, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1945: Борис Терещук, СССР волейболсыһы, Олимпия уйындары (1968) һәм Европа (1971) чемпионы.
- 1980: Алексей Ягудин, Рәсәй фигурисы, Олимпия уйындары (2002), дүрт тапҡыр донъя һәм өс тапҡыр Европа чемпионы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1584: Рәсәй батшаһы Иван IV Грозный.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]