Эстәлеккә күсергә

Латипов Мәркәз Каррам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Латипов Мәркәз Карам улы битенән йүнәлтелде)
Латипов Мәркәз Каррам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 17 ғинуар 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Балалары Латипов Валерий Мәркәз улы
Һөнәр төрө инженер, хозяйственный деятель
Уҡыу йорто Национальный университет «Львовская политехника»[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Латипов Мәркәз Каррам улы (18 март 1926 йыл — 17 ғинуар 1999 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, нефтсе. 1970—1981 йылдарҙа Өфө быраулау эштәре идаралығы етәксеһе. Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры. Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1986), БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974).

Мәркәз Каррам улы Латипов 1926 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Балтай ауылында күп балалы уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Львов политехник институтына уҡырға инә һәм 1950 йылда «тау инженеры» һөнәре алып уңышлы тамамлай.

Диплом алғандан һуң йәш белгс хеҙмәт юлын Ишембай быраулау контораһында башлай һәм алты йыл эсндә инженер-быраулаусы булараҡ формалашыуҙың бөтә баҫҡыстарын үтә. Латипов тиҙ арала бик яҡшы белгес һәм ойоштороусы булып таныла.

Башҡортостандың 77 ятҡылығында 7 меңдән ашыу скважинаны төҙөүҙә ҡатнаша. Карташевка ятҡылығында уның етәкселеге аҫтында донъя практикаһында тәүге тапҡыр күп забойлы скважиналар быраулау тормошҡа ашырыла. БАССР-ҙа ауыш быраулау ысулына нигеҙ һала.

1950—1956 йылдарҙа — «Ишембайнефть» тресында: өлкән инженер, разведка етәксеһе, производство-техник бүлек етәксеһе; 1956—1964 йылдарҙа — директоры, 1964—1970 йылдарҙа — «Туймазабурнефть» тресы идарасыһы; 1970—1981 йылдарҙа — Өфө быраулау эштәре идаралығы етәксеһе; 1981—1991 йылда — «БашНИПИнефть» («Башнефть» производство берекмәһе составындағы ғилми-тикшеренеү институты) өлкән ғилми хеҙмәткәре.

20 баҫма эш һәм 3 асыш авторы.

Уның улы Валерий — инженер-төҙөүсе, техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999).

  • Өфөлә Мәркәз Каррам улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары.
  • Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • РСФСР-ҙың (1986), БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған нефтсеһе
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976)
  • СССР-ҙың Почётлы нефтсеһе (1974)