Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 18 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы (рус. Гизатуллин Файзи Карамович; 18 март 1959 йыл) — спортсы, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Тимераяҡта шыуыу спорты буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Юридик фәндәр кандидаты.

Биографияһынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәйзи Карам улы Ғиззәтуллин Өфө ҡалаһында 1959 йылдың 18 мартында тыуған.

1966 — 1976 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 113-сө мәктәбендә уҡый.

1983 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Икенсе юғары белемде Санкт-Петербург дәүләт университетында ала һәм юрист һөнәренә эйә була. Юридик фәндәр кандидаты.

“Буревестник” Балалар спорт йәмғиәте (ДСО) тәрбиәләнеүсеһе. Уны спортҡа тренеры З.Х.Адеев әҙерләгән.

1980–1982 йылдарҙа СССР йыйылма командаһына ағзаһы.

Артабан банк системаһында эшләй, банк эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәр яҙа.

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ике тапҡыр Бөтә Союз универсиадаһы чемпионы (1980).
  • Ике тапҡыр РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1981)[1].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Банковское право.Учебник для магистров (Е. М. Ашмарина,Ф. К. Гизатуллин (авторҙаш),Г. Ф. Ручкина) [2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы [1] 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  2. Банковское право.Учебник для магистров (Е. М. Ашмарина,Ф. К. Гизатуллин (авторҙаш),Г. Ф. Ручкина) - Москва, 2014[2]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]