1-се Этҡол
Ауыл | |
1-се Эткол рус. 1-е Иткулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453673 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
1-се Этҡол (рус. 1-е Иткулово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1071 кеше[2]. Почта индексы — 453673, ОКАТО коды — 80206816001.
Икенсе исеме — Ямаш.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баштағы атамаһы — Ямаш (Бөрйән ырыуының бер түбә башлығы исеменән алынған, XVIII быуаттың башына тиклем). 1755 йылғы башҡорт ихтилалынан һуң ауылға ихтилалдың етәкселәренең береһе булған Ялан Этҡолдың исеме бирелә[3]. Филолог-тикшеренеүсе М. Ғ. Усманованың фекеренсә Ямаш ойконимынан — бөрйән ырыуының ямаш түбәһенән — алынған[4]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. Ауыл хәҙерге ваҡытта ла ике исемле булып ҡала, халыҡ араһында Ямаш тип тә йөрөтәләр. Этҡолдоң шәхесе билдәһеҙ булып ҡала. Уның өлкән улы — Хоҙайназар (1772—1812), Хоҙайназарҙың улы Торсонбай (уның улдары Мөхәмәтшәриф, Мөхәмәткәрим), Хызыр (уның улдары Хәйбулла, Аллабирҙе); уртансы улы Ҡанбулат (1743 йылғы), уның улы — Әбделяппар (1782 йылғы), уның балалары — Аҡназар (уның улы Әбделман, ейәне Әбделҡадир, Әбделҡадирҙың балалары — Шәйхислам, Ғәле, ғдисам, Ихсан, Ғәләмитдин, Ейәнбай, Ғималитдин, Фәхритдин); Канбулаттың уртансы улы — Йәғәфәр (1788 йылғы), уның балалары — Ҡаһымтүрә, Әхтәм; Этҡолдоң кесе улы — Монасип, уның улдары — Әбделғәзи (1781—1857), Әбделмән (1783 йылғы), Сәйфулла (1789 йылғы, Сәйфулланың улы — Ниғмәтулла) һәм Сафиулла (1806 йылғы). Әбделғәзм Монасиповтың улы — Мөхәмәтлатиф (уның улдары Фәйзулла, Сафиулла), Мөхәмәтсафа (уның улы Усман), Ғәйетҡол, Мөхәмәтҡунафия). Әбделмәндең балалары — Дирас, Сәләхитдин, Шаһихәттәр, Нәжмитдин. Сафиулла Монасиповтың ике улы була — Асатулла һәм Ниғмәтулла (уның улы Ғәҙелша)[3].
1755 йылғы ихтилалда Бөрйән улусында етәкселәр рәтендә Йылан Этҡол һәм Хоҙайбирҙе мулла булыуы билдәле. Әсфәндиәровтың фаразы буйынса, Ялан Этҡол Этҡол ауылына нигеҙ һалыусы булыуы бар. Бынан тыш, XVIII быуаттың 70-се йылдарында төйәләҫ йылғаһы буйында Ялан Этҡол ауылы булған. Әлеге ауыл кешеләре Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Ҡышлауар йылғаһы буйындағы Этҡол ауылы халҡы менән бәйләнештә торған. Ихтилалдың икесне етәксеһе Хоҙайбирҙе мулла икенсе Этҡол ауылында йәшәгән. Уның улы Азамат Хоҙайбирҙин 1816 йылғы VII ревизияла күрһәтелгән, уның улдары — Таһир һәм Мөхәмәтсәләх. Брагинды үлтереүҙә ғәйепләнгән 80 кешегә, шул иҫәптән Сураш, Ялан Этҡол һәм Хоҙайбирҙе Баҙраковҡа, кәңәшмәлә ҡаҙаҡта яғына ҡасырға тәҡдим яһала. Унан Сураш батырҙың ҡайтыуы хаҡында билдәле[3].
XVIII быуат аҙағында Этҡол ауылы сағыштырмаса ҙур ғына ауыл була. V ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, бында 68 йортта — 501 кеше, 1859 йылғы Х ревизияһына ярашлы 84 йортта — 532, 1885 йылда 85 йортта 561 кеше йәшәгән. 1864 йылда Этҡол ауылы — 1-се Бөрйән улусы үҙәге булып тора, XIX быуаттың икенсе яртыһында ауылда ике мәктәп, 14 лавка була, дүшәмбе көндәрендә баҙар ойошторола. 1814 йылда Парижғаса барып еткән 15-се полк яугирҙар Сәйфулла Монасипов, Ишмырҙа Илсебаев, Айсыуаҡ Ҡанбулатов көмөш миҙалға лайыҡ булалар. XIX быуаттың уртаһында махсус белем алған һәм Ырымбур хәрби госпиталендә тәжрибә туплаған фельдшер Азаматов йәноҙаҡ Мөхәмәтсәлих улы фельдшер булып эшләй[3].
Йәйләү урындары — Аҡморон, Туғыҙбай һәм Һаҡмар йылғалары буйҙары, XIX быуатта йәйләүгә 40 арба сыға. 399 кеше башына 275 йылҡы малы, 210 һыйыр, 331 һарыҡ, 150 кәзә тура килә. 90 дисәтинәлә 824 бот ярауай игене сәселә, шуның 100 бото Мөхәмәтсәлих Һиҙиәтов хужалығына тура килә. Этҡол ауылы халҡы бер нисә яңы ауылға нигеҙ һала[3].
1891 йылда мәҙрәсә базаһында билдәле мәғрифәтсе Батыргәрәй Юлыев ауылда урыҫ-башҡорт мәктәбен аса, мәктәптә урыҫ теле, гуманитар предметтар ныҡлап өйрәнелә[5].
Совет осоро
Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу (1920) мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 158 йортта 784 кеше теркәлгән. 1930 йылдан — «Урал» колхозының, артабан — Карл Маркс исемендәге, «Алға» колхоздары үҙәге була. Хужылыҡтың төп йүнәлештәре — малсылыҡ һәм игенселек[6]. Ауылда 1918 йылдан алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, артабан, 1928 йылдан, крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1932 йылдан — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1952 йылдан — урта мәктәп. 1992 йылда мәктәпкә Б. Ғ. Юлыев исеме бирелә. Уҡыу йорто менән Т. Х. Аслаев, Б. М.Мәмбәтҡолов, С. Р. Әлибаев, Б. М. Юлыев исемдәре бәйле. 2011 йылда мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған, улар араһында З. Ш.Аҡназаров, С.Ә.Галин, Р.Түләк, Ә.Үтәбай, Ә.З.Әсфәндиәров.
Бөгөнгөһө
Хәҙерге ваҡытта ауылда урта мәктәп (Б. Юлыев исемен йөрөтә), «Яҙгөл» балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, участка хәстәханаһы, мәсет бар[7]. Башҡорт Республика компьютер лицейы ябылған[8]. Мәктәп бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәттә һәләк булған мәктәпте тамамлаусылар К. А. Исмәғилев һәм Х. М. Усмановҡа 2007 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 500 | 262 | 238 | 52,4 | 47,6 |
1920 йыл 26 август | 794 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 963 | 465 | 498 | 48,3 | 51,7 |
2002 йыл 9 октябрь | 1071 | 512 | 559 | 47,8 | 52,2 |
2010 йыл 14 октябрь | 926 | 450 | 476 | 48,6 | 51,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй (100 %)[9].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ә. Ниғмәтуллин урамы — рус. А. Нигматуллина улица
- Азамат урамы — рус. Азамата улица
- Байрамғолов урамы — рус. Байрамгулова улица
- Гагарин урамы — рус. Гагарина улица
- З. Вәлиди урамы — рус. З. Валиди улица
- Ленин урамы — рус. Ленина улица
- Тыныслыҡ урамы — рус. Мира улица
- Йәштәр урамы — рус. Молодежная улица
- Салауат Юлаев урамы — рус. Салавата Юлаева улица
- Еңеү урамы — рус. Победы улица
- Баҡсалы урам — рус. Садовая улица
- Ямаш урамы — рус. Ямаша улица[10]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйфулла Монасипов, Ишмырҙа Илсебаев, Айсыуаҡ Ҡанбулатов — 1812 йылғы һуғышында ҡатнашҡандар. көмөш миҙал кавалерҙары[3];
- Аслаев Сәғит Төхвәт улы (1954 т.) — совет һәм Рәсәй тренеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2007). Профессор (2004). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003);
- Юлыев Батыргәрәй Мөхәммәт улы — билдәле мәғрифәтсе, этнограф;
- Азаматовa Шәмсинур — алдынғы һауынсы;
- Галин Салауат Әхмәҙи улы — филология дфәндәре докторы, бында ете йыллыҡ мәктәптә уҡыған;
- Ҡолмырҙина З. З. — РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Аласов Ю. С. — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығның атҡаҙанған механизаторы, «Алға» колхозы механизаторы;
- Аралбаева В. К. — өс меңлек- һауынсы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡғы ордены ккавалеры, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты;
- Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы (1894—1965) — совет дәүләт эшмәкәре.
- Ҡасҡынова М. У. — «Алға» колхозы һауынсыһы, БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре;
- Ниғмәтуллин Ә. Ә. — Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хәкимиәтенең башлығы. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайҙың депутаты. Сибай элеваторы директоры;
- Рәхимғолова А. Ш. — өс меңлек-һауынсы, «Почёт билдәһе» ордены кавалеры:
- Хисмәтуллин З. Н. — колхоздарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы. Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусы;
- Хисмәтуллин Ф. Х. — Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумының элекке директоры. БАССР ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре;
- Хисмәтуллин Р. Х. — КПСС-тың Баймаҡ район комитетының секретары[11].
- Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы (18 май 1964 йыл) — педагог, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ [Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 235 бит]
- ↑ Баймакский край
- ↑ Баймакский край
- ↑ Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 67 бит.
- ↑ Компьютер лицейы 2023 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Улицы
- ↑ Баймакский край
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се Этҡол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 95. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Словарь топонимов Башкирской АССР
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |