Эстәлеккә күсергә

Ямаш (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ямаш
Нигеҙләү датаһы 1910
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1951

Ямаш — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауыл Советы составындағы ауыл. Яҡынса 1910 йылдарҙа Этҡол (Ямаш) ауылынан бүленеп сыға. 1951 йылда ауыл халҡы башлыса Шүлкә ауылына күсенә.

Йылайыр йылғаһының һул ярынан ярты километр алыҫлыҡта урынлашҡан була. Ауыл тирәһендә шулай уҡ Тайышбатҡан һәм Бүтәгәле исемле бәләкәй йылғалар аға[1]. Район үҙәге Баймаҡтан — 45 км, ауыл Советы үҙәге 1-се Этҡолдан — 16 км, Сибай тимер юлы станцияһынан 85 км алыҫлыҡта ятҡан.

Ямаш утарының (һуңынан ауыл) тарихы 1-се Этҡол ауылы тарихы менән тығыҙ бәйле. Ямаш[2] — бөрйән ырыуына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Бөрйән ырыуына ҡараған дүрт түбә артабан үҙаллы улусҡа әүерелә. XVIII быуатҡа тиклем хәҙерге 1-се Этҡол ауылы Ямаш исемен йөрөтә. XVIII быуат аҙанда Этҡол ауылы байтаҡ ҙур ғына ауыл була. V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 68 йортта 501 кеше йәшәгән. 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ревизияһы 84 йортта 532 кешене теркәгән. Ошондайыраҡ һандар 1885 йылда ла һаҡланған. 1864 йылдан Этҡол ауылы бөрйән улустарының береһе булып тора[3].

XIX быуаттың икенсе яртыһында бында ике мәктәп, 14 лавка булыуы мәғлүм, дүшәмбе көндәрендә баҙар ойошторолған[3]

XX быуаттың 10-сы йылдарында, Столыпин реформаһы осоронда, хәҙерге 1-се Этҡол ауылынан бер нисә ғаилә бүленеп сығып, утарға нигеҙ һала. Утарға Этҡол ауылының боронғо Ямаш исемен бирәләр. Октябрь революцияһынан һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәр буйынса утарҙа 1920 йылда — 55 кеше, 1939 йылда — 83 кеше, 1946 йылда 41 кеше йәшәгән.

З. Ш. Аҡназаровтың «Время. Люди. Мысли» (Өфө, 1995) китабынан өҙөк[1]:

Утар бик күркәм урында, ул ваҡытта матур һәм тулы һыулы Йылайыр йылғаһының ярынан ярты километр тирәһе алыҫлыҡта, урынлашҡан ине. Иҫләүемсә, беҙ, малайҙар, көнөнә әллә нисә тапҡыр унда һыу төшөп, балыҡ ҡармаҡлай инек. Ауыл тирәләй башлыса ылыҫлы урман ине. Хәҙер унан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нәмә лә ҡалманы. Шулай уҡ перспективаһыҙ булараҡ һуғыштан һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан утарыбыҙҙан да бер ни ҡалманы

.

1931 йылда ауылда «Пионер» колхозы ойошторола[4], 1939 йылда ул «Коомунар» тип үҙгәртелә. Колхозға, Ямаштан тыш, Сыңғыҙ, Ҡуш Күпер, Шүлкә, Шырмай утарҙары инә, Ямашта колхоздың үҙәге булараҡ идаралыҡ, мәктәп һәм бәләкәй магазин була[1]. Ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың башлығы Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы хәтерләүенсә, ауыл ул осорҙа йәнле тормош менән йәшәй: яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың, буласаҡ композитор, ул ваҡытта Мәскәү консерваторияһы студенты, Хөсәйен Әхмәтовтың килеүе ауыл өсөн ҙур байрамға әүерелә, оҙаҡ йылдарға хәтерҙә яҡты эҙ ҡалдыра[1]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхоз хужалығы бөлгөнлөккә төшә, сөнки ауылда ир-егеттәр ҡалмай, хужалыҡты һөйрәр кеше булмай. 1947 йылда колхоз бөтөрөлә. Башта уның урынына урман участогы ойошторалар, артабан уны Ишбирҙе урман хужалығына беркетәләр, ағастан халыҡ ҡулланышы әйберҙәрен етештереү буйынса промартель асалар, әммә ауыл үҙәктән алыҡ урынлашыуы һәм юлдар булмауы арҡаһында артелдә эштәр насар бара. 1951 йылда ауыл халҡы эргә-тирәләге ауылдарға, күбеһе Шүлкә ауылына, күсенә[1][4].

1993 йылда Шүлкә ауылы бүленеп сыға һәм ауылда үҙаллы «Коммунар» артеле ойошторола. Был аҙым элекке Ямаш ауылы халҡы өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә була. Шүлкә ауылында мәктәп комплексы төҙөлә, төҙөлөш эштәренә Аҡназаров З. Ш. шефлыҡ итә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Автор-составитель Ю. А. Узиков. Сказание о земле Баймакской, Уфа: Слово, 1998—240 стр., с илл. ISBN 5-87308-108-5
  2. Минсылыу Усманова. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимии басейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — 272 с. ISBN 5-295-01337-5
  3. 3,0 3,1 Иткулово 1-е (Нижнее Иткулово, Ямашево)
  4. 4,0 4,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.

Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы

Иткулово 1-е (Нижнее Иткулово, Ямашево)