Яңы Сибай
Яңы Сибай | |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе |
---|
Яңы Сибай — (рус. Новый Сибай) — бөткән һәм Башҡортостандың Сибай ҡалаһына нигеҙ һалған ауыл. 1844—1849 йылдарҙа барлыҡҡа килгән[1]башҡа версия буйынса 1850 йылда[2].
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме Сибай антропонимынан алынған. 1727 йылдан төп Сибай ауылы (хәҙер Иҫке Сибай) Атайсал исеме аҫтында билдәле[1]. Сибай ауылы Атайсал исеме менән тәүге тапҡыр 1795 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы составында телгә алына[3]. XVIII быуат уртаһынан Сибай Тәнәкәев исеме менән йөрөтөлә башлай[1] (башҡа версия буйынса башҡорт кантоны Сибаев менән бәйле[3].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡамышлы Үҙәк йылғаһы буйында Сибай ауылынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан була[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сибай ауылы (Атайсал, хәҙер Иҫке Сибай) 6-сы кантондың 8 йортона ҡараған[1]. Бөрйән ырыуының төп ауылдарының береһе. Яҡынса 1844—1849 йылдарҙа Сибай ауылынан бүленеп Яңы Сибай ауылы барлыҡҡа килә. Сибай ауылынан айырмалы уны Яңы Сибай тип атайҙар. 1850 йылда әлеге ауылда 12 йорт булһа, 1859 йылда — 15 йорт, һәм унда 88 кеше йәшәгән. 1920 йылда 20 йортта 102 кеше йәшәй. Яңы бүлендек ауыл тирәһендә шулай уҡ Яңы Сибай утары күрһәтелә, унда 37 йортта 237 кеше йәшәй. Иҫке Сибай ауылынан бер һунарсы һыуһар өңөн ҡаҙған саҡта пирит осҡондары менән ауыр ҡыҙыл балсыҡҡа тап була. 1912 йыл аҙағында Яңы Сибай ауылында йәшәүсе Әмир Әбделҡасым улы Хоҙайбирҙин[4], бер нисә ҡап балсыҡ алып, Баймаҡҡа Көньяҡ дәүләт автономиялы округының идарасы директоры А. Ф. Кабановҡа бара. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә балсыҡта алтын һәм көмөш миҡдары байтаҡ булғанын күрһәтә. <аҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын разведкалау башлана. Яңы Сибай ауылы халҡы Сибай руднигының тәүге шахтерҙары булалар.
Артабан Яңы Сибай ауылы — Сибай ҡасабаһына (1938), һуңынан Сибай ҡалаһына (1955) әүерелгәс, Сибай ауылы Иҫке Сибай тип йөрөтөлә башлай.
Бөрйән ырыуы башҡорттары.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Хоҙайбирҙин Әмир Әбделҡасым улы — ятҡылыҡты тәү башлап асыусы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ 3,0 3,1 [Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5]
- ↑ Сибай
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5
- Яңы Сибай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хусаинова А. М. История башкирского медно-серного комбината
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |