Эстәлеккә күсергә

Ниғәмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниғәмәт
Ниғәмәт
Рәсми атамаһы Ниғәмәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ниғәмәт ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Ниғәмәт ауыл советы
Халыҡ һаны 909 кеше (2002)[2],
906 кеше (2009)[2],
838 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453657
Карта

Ниғәмәт (рус. Нигаматово; икенсе атамаһы Үрнәк) — Башҡортостан Республикаһындың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 906 кеше булған[4]. Почта индексы — 453657, ОКАТО коды — 80206840001.

1847 йылда 1-се Моҡас ауылынан 15 ғаилә күсеп килеп, яңы ауылға нигеҙ һала. Беренсе күсенеүсе Ниғмәтулла Килдәкәев (уның улдары — Өмөтҡужа, Толомғужа, Мөхәмәтйән (улы Вәлит), мөхәмәт сәлим (улы Әхмәтшәриф), Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтсаиф, Ғариф) хөрмәтенә Ниғәмәт исемен йөрөтә. Бер аҙ һуғыраҡ Ниғәмәтулланың ағаһы Хоҙайнаҙар үҙенең балалары менән (Утарбай, Сабит, Хөсәй, Шаһбал, Ғабдрахман) килеп төпләнә[5]. Моҡас ауылында Килдекәй Ҡаҙерғолов йәшәгән (1766 йылғы), Ниғәмәтулла Килдекәев уның улы (1791 йылғы)[6].

Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, һунар һәм умартасылыҡ меннән шөғөлләнә. 1850 йылда 15 йортта 50 ир-ат һәм 40 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылда — 38 йортта 206 кеше йәшәгән[6].

1926 йылда бында «Ҡыҙыл ҡарағай» колхозы ойошторола, 1931—1934 йылдарҙа — Сталин исемендәге колхоз, 1934—1960 йылдарҙа — «Үрнәк», 1960—1964 йылдарҙа — «Ҡыҙыл маяҡ», 1964 йылдан алып — Салауат исемендәге колхоз[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 838 405 433 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәхимова Рәйсә Тәхи ҡыҙы (30.01.1948), балалар баҡсаһының элекке мөдире, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре;
  • Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы (8.06.1969), башҡорт ғалимы, филология фәндәре кандидаты (2007), Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты;
  • Мырҙаҡаев Йыһанур Мостафа улы — колхоздың элекке рәйесе;
  • Луҡманов Мансур Ибәтулла улы — Ниғәмәт урта мәктәбенең элекке директоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  • Алтынғужин Мостафа Хажи улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡыиыусыһы;
  • Әхмәрова М. Б. — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре;
  • Ғатауллин Фәрүҡ Зәйнулла улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы;
  • Кәримов Фәтхулла Зәйнетдин улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы;
  • Мөхәмәтйәнов Мөбәрәк Латып улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы;
  • Мөхәмәтйәнов Хәмит Латып улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы;
  • Ниғмәтуллина Миңзифа Насип ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  • Сафиуллин Фазулла — БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы;
  • Таһыҡҡужина Зөлзизә — Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты;
  • Хәсәнова Менәүәрә Ғәлимйән ҡыҙы — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  • Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, фольклорсы, ҡурайсы[5].
  • Нигаматово
  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.