Монасип
Ауыл | |
Монасип | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Монасип (рус. Мунасипово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 106 кеше[1]. Почта индексы — 453631, ОКАТО коды — 80206842002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем был ерҙәрҙә Байыш һәм Баймырҙа байҙарының йәйләүҙәре булған. Монасип атамаһы менән бәйле риүәйәт бар. Йәнәһе, берәүҙең тайы ныҡ йәрәхәтләнгән була, хужалары уны йәйләүҙә ҡалдырып киткән. Иртә яҙҙа йәйләүгә килгәс, хужа кеше тау битләүендә һап-һау атын күреп ҡала һәм ҡыуанысынан; «Мына, насип булғас, малҡайым һауыҡҡан бит!», — тигән. шул ваҡыттан алып был урындаы Монасип тип атай башлағандар[2].
1919—1920 йылдарҙа бында Монасип утары була. Граждандар һуғышы осоронда яҡын-тирәләге ауылдарҙан аҡтарҙан һәм ҡыҙылдарҙан ҡасып бында йәшенгәндәр. Иң беренсе булып күсенеүсеүләр Шәйәхмәтов Камал, Сабитов Ҡәли, улар үҙҙәренә ер өйҙәр эшләп алалар, уларҙың артынан башҡалар ҙа күсенә.
Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнә, шулай уҡ Семеновка һәм Ольховка рудниктарында алтын сығара, һуңғараҡ — Заготскот базаһында (1934 йылда ойошторола) мал үрсетеү һәм һимертеү менән шөғөлләнә. Заготскоттың беренсе директоры — Монасипов Т. Т.
1925 йылда Монасипта 73 кеше йәшәгән, 1940 йылда — 90, 1999 йылда — 135 кеше[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 83 | 46 | 37 | 55,4 | 44,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡутырлы тау һәм Монасип һаҙлығы араһында урынлашҡан[2].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 8 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Семеновка): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 49 км
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.