Эстәлеккә күсергә

Тәкәһуҡҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәкәһуҡҡан
Нигеҙләү датаһы 1916
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек 2-се Этҡол ауыл Советы[d] һәм Бөрйән-Түңгәүер кантоны
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1986
Карта

ТәкәһуҡҡанБАССР-ҙың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауыл Советы составындағы ауыл, 1986 йылда бөтөрөлгән.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баймаҡ районында билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы яҙып алған риүәйәт буйынса, утарҙа йәшәгән бер кешенең бик ҙур мөгөҙлө тәкәһе булған. Был тәкә таныш булмаған кешеләрҙе төкөр булған. Ғәҙәттә, сит кешеләр ҡасыу яғын ҡараған, әммә ағас артынан килгән юлсыларҙың береһе тәкәне бик ныҡ итеп таяҡ менән туҡмап, мөгөҙҙәрен һындыра. Ошо ваҡиғанан һуң башта утарҙы Тәкәһуҡҡан тип шаярталар, әммә атама утарға ныҡлап йәбешә лә ҡуя.

ХХ быуат башында барлыҡҡа килә. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Ш. Ғәбдиевтың фекеренсә, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарынан ярлы башҡорттар урман төпкөлөнә үтеп, утар ойошторалар. Уларҙың төп шөғөлдәре: һөнәрселәр кәсебе, урман промыслалары, һунарсылыҡ. Тәкәһуҡҡан утары 1916-1959 йылдарҙа ғәмәлдә була. 1920 йылда утарҙа 17 ихата барлығы һәм унда йәмгеһе 93 кеше теркәлгән. 1930-1940 йылдарҙа бында урман эшкәртеү буйынса эштәр ойошторола. Ауыл күҙгә күренеп үҫешә, йорттарҙың һаны 60-ҡа, ә кешеләрҙең һаны 250-гә етә. Башланғыс мәктәп асыла, медицина пункты, сауҙа нөктәләре барлыҡҡа килә.

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата утар Ниғәмәт ауыл советы составына инә[1].

Төрлө сәбәптәр арҡаһында 1981 йылға ҡарата ауыл юҡҡа сыға, ә 1986 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Н 6-2/396-сы указына ярашлы иҫәптән алына[2].

  • Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан 52 км, 2-се Этҡол ауылынан - 12 км, иң яҡын Сибай тимер юлы станцияһынан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан була[1]:

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ауылда 269 кеше йәшәгән; башлыса башҡорттар[1].

Тәкәһуҡҡан утарында 1921 йылда ҡыҙылдар тарафынан Бөрйән улусының баш күтәреүсе башҡорттар етәксеһе Хажиәхмәт Унасов йыртҡыстарса үлтерелә.

  1. 1,0 1,1 1,2 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.54.
  2. ОБ ИСКЛЮЧЕНИИ ИЗ УЧЕТНЫХ ДАННЫХ НЕКОТОРЫХ НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ. Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 29 сентябрь 2013 года.
  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.54.
  • Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.