Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы
Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 9 декабрь 1898 |
Тыуған урыны | 2-се Эткол, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 июль 1979 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | 2-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәбдиев Шәһәрғази Шаһыбал улы (9 декабрь 1898 йыл — 5 июль 1979 йыл) — башҡорт шағир-импровизаторы. Беренсе донъя, граждандар, 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғыштарында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәһәрғәзи Шаһыбал улы Ғәбдиев 1898 йылдың 9 декабрендә Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе (хәҙер Баймаҡ районы) Икенсе Этҡол ауылында тыуған.
Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем ала. Төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән. Тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләгән.
Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында, Башҡорт милли хəрəкəтендә ҡатнашыусы[1].
«Башҡорт милләтсеһе» исеме тағылып репрессияға эләгә. 1929 йылдың 21 ноябрендә ҡулға алына һәм 58-2, 58-8, 58-10, 58-11 статьялары буйынса 10 йылға хөкөм ителә. 1968 йылдың авгусында аҡлана[2].
1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнаша.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәһәрғәзи Ғәбдиевтың шиғриәте Аҡмулланың һәм Ш. Бабичтың ижады йоғонтоһы аҫтында ойошторолған. Үҙенең әҫәрҙәрендә Шәһәрғази Шаһыбал улы үҙ халҡын белем үҙләштерергә саҡыра һәм төрлөсә наҙанлыҡты тәнҡитләй.
«Ҡарагайүҙәк бәйете» исемле бәйетендә уҙәк темаһы булып («Ҡарағай-Үҙәге тураһындағы бәйет») башҡорт аҫаба ерҙәрен һатып һәм көс менән алынған хәлдәр менән бәйле тарихи ваҡиғалар торалар.
«Ирек алғас» («Свобода») исемле шиғырын Ғәбдиев Башкурдистан автономия алыуына бағышлай. «1914—1917 йылғы һуғыш бәйете» («Баит о войне 1914—1917 годов»), «Аслыҡ бәйете» («Баит о голоде»), «АРА бәйете» («Баит об АРА») һәм башҡаларҙа XX быуат башында булған һәләкәттәр — Беренсе донъя һуғышы, Башҡортостандағы аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы нигеҙ булып торалар.
Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәренә — «1941-1945 йылғы һуғыш бәйеттәре» («1941-1945 һуғыш йылдарҙағы тураһында бәйеттәр»), «Еңеү», «Туғандар ҡәберенә ҡарап» тәрән илһөйәрлек мотивтары хас. Ғәбдиевтың ҡайһы бер әҫәрҙәре һәм унан яҙып алынған «Перовский», «Һары ла сәс», «Һырдаръя» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙарының варианттары «Башҡорт халыҡ ижады» һәм «Башкирское народное творчество» йыйынтыҡтарына индерелә.
Шәһәрғәзи Ғәбдиев башҡорт фольклоры һәм топонимикаһы буйынса материалдар йыя. Уның ҡулъяҙмалары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында һаҡланалар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баимов Б. С., Тажетдинов А. А. Ғәбдиев Шәһәрғәзи Шаһыбал улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- 9 декабрҙә тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 5 июлдә вафат булғандар
- 1979 йылда вафат булғандар
- Баймаҡ районында вафат булғандар
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡорт фольклорсылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Башҡортостанда репрессияланғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- Башҡорт сәсәндәре
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Муллаҡай мәҙрәсәһе шәкерттәре