Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә

Аҡмулла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡмулла
Портрет Акмуллы.jpg
Аҡмулланың портреты (рәс. Ф. Ислахов)
Исеме:

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы

Тыуған көнө:

14 декабрь 1831({{padleft:1831|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Туҡһанбай ауылы, Күл-Иле-Мең улусы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы)

Вафат булған көнө:

8 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (63 йәш)

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, мәғрифәтсе

Commons-logo.svg Аҡмулла Викиһандыҡта
Мифтахетдин Аҡмулланың шәжәрәһе

Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 1831 йылдың 14(27) декабре, Ырымбур губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Туҡһанбай ауылы — 1895 йылдың 8(20) октябре, Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Һарыҫтан ауылы янында) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 14 (26) декабрь 1831 йылда Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең улусының (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районының) Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы (1805—1869) һәм әсәһе Бибиөмөгөл[2] Сәлимйән ҡыҙы (1809—?) Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була. 1843 йылда Мифтахетдиндың ҡартатаһы — указлы имам Ишҡужа Ишбулды улы вафат булғас, уның вазифаһын өлкән улы Камалетдин башҡара башлай[3]. Ғилми әҙәбиттәге әсәһе Бибиөмөгөлдең бик иртә үлеүе (йә булмаһа икенсе иргә китеүе) һәм буласаҡ шағирҙың үҙ сиратында етем ҡалыуы тураһындағы раҫлауҙар дөрөҫ түгел, сөнки архив документтары буйынса Мифтахетдинға 19 йәш сағында әсәһе Бибиөмөгөл иҫән булған, әммә 1859 йылғы X ревизияла уның әсәһе күрһәтелмәгән[3].

Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдарына йөрөп мәҙрәсәләрендә уҡый[4].

1850 йылдың 1 февраленән 30 июнгә тиклем төрмәлә ултырған. Уның төрмәгә ябылыу сәбәбен әлегә аныҡ белеү мөмкин түгел. Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фаразлауы буйынса, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда башҡорттар хәрби хеҙмәткә алынғандар, һәм рөхсәтһеҙ йәшәгән урындарын ҡалдырғандарҙы, Ырымбур сик һыҙығына хәрби хеҙмәт үтер өсөн йыйылыу пункттарына бармағандарҙы йәки һуңлағандарҙы язаға тарттырғандар һәм зинданға бикләгәндәр, бәлки Мифтахетдин Камалетдинов та бындай яҙмышҡа дусар булғандыр[5].

1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһенең шәкерте була, бында ул шағир һәм суфыйлыҡ тарафдары Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала[6]. Ситтә йөрөп, Аҡмулла мөғәллим булып көн күрә, балта оҫтаһы булып эшләй, үҙендә сәсән һәләтен аса.

1859 йылғы һуңғы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов әле атаһының ғаиләһе менән бергә Башҡортостанда йәшәгән һәм уның үҙ ғаиләһе булмаған[5]. Р. Шәкүр яҙғанынса, тыуған ауылына ҡайтҡас ул өйләнә, әммә ҡатыны йәшләй генә вафат булып ҡала. Бәлки шуғалыр Мифтахетдин ауылында төпләнеп ҡала алмай һәм атаһының яҡшы атын алып, тыуған ауылын ташлап китә[6]. Ошо көндән Аҡмулла мосафир тормошона күсә. Махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, башҡорт ауылдары буйлап ил гиҙә. Атын егеп, Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Мейәс йылға буйҙарын ҡыҙыра, Ҡаҙағстан далаларына ла барып етә. Яҙын-йәйен ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсеп, Аҡмулла мәғрифәтселек идеяларын тарата, зирәклекте, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай, сәсәндәр һәм аҡындар әйтештәрендә ҡатнаша, шиғырҙарын халыҡҡа уҡый. Ул әҙәпһеҙлектән әсе көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙлығын фашлай. Һәләтле шағир-импровизатор булараҡ танылыу яулай. Бер үк ваҡытта һөнәрселек итә, балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Мифтахетдин Камалетдиновтың аҡыл эйәһе булараҡ формалашыуында уның Зәйнулла Рәсүлев менән дуҫлығы ҙур роль уйнай[1].

Ялған ялыу буйынса, батша армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнеп, 1867—1871 йылдарҙа Троицк ҡалаһы төрмәһендә ултыра. Тотҡонда сағында тәрән мәғәнәле әҫәрҙәренең береһе «Мәҡанем минең — зиндан»[1] («Урыным — зиндан»[7][8]) шиғырын яҙа. Р. Шәкүр фаразы буйынса, яҡынса 1872 йылда Аҡмулла тыуған ауылына һуғылып Ырымбурға бара, артабан Троицк өйәҙенә юллана[6].

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Мифтахетдин Камалетдинов Троицк өйәҙендәге (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районындағы) Һөләймән ауылында 1892 йылда булғанда Саһира Юлдыбай ҡыҙына (?—1921) өйләнә, әммә һуңынан уның менән айырылыша[9].

8 (20) октябрь 1895 йыл Троицк өйәҙенең Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә. Мейәс Заводы ҡасабаһының (хәҙерге Мейәс ҡалаһының) мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Аҡмулла

Аҡмулланың ижады башҡорт әҙәби теле үҫешендә ҙур роль уйнай[1].

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк...» — Аҡмулланың иң мөһим әҫәрҙәренең береһе булып тора. Был шиғырҙа сәсән үҙ халҡын мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра[6]. Мәғрифәтсе әҫәрҙәрендә аҡылылыҡты, ғәҙелеллекте, кешелелекте данлай, әҙәпһеҙлектән көлә, властарҙың башбаштаҡлығын һәм законһыҙ эш итеүҙәрен фашлай. Аҡмулла аҡыл эйәһе булараҡ, үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә әхлаҡ-тәрбиә кодексы төҙөп, халыҡҡа был өгөт-нәсихәтен әҫәрҙәре аша халыҡҡа әйтеп биргән. Уның «Нәсихәттәр» шиғыры үҙ заманында ижтимағи-фәлсәфәүи фекер үҫешендә тос өлөш индерә[1].

1892 йылда шағир үҙе иҫән сағында нәшер ителгән берҙән-бер «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» китабы донъя күрә. Бында уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаларын үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡараштарҙы сағылдыра[1].

Аҡмулла милли поэзияла үҙенсәлекле йүнәлешкә нигеҙ һала, уның йоғонтоһон Ш. Бабич, М. Ғафури, Д. Юлтый, Ш. Әминев-Тамъяни һәм башҡалар кисерә[1]. 1960—1990-сы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәт ғилемендә үҙ аллы ғилми йүнәлеш — аҡмулласылыҡ үҫеш ала. Шағирҙың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә Ә. Х. Вилданов, Ф. Кәрим, К. Мәргән, Ә. И. Харисов, Р. Шәкүр һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре арналған[1].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дамелла Шиһабетдин хәҙрәтнең мәрҫиәсе. Ҡазан, 1892. (төрки)
  • Аҡменла әфәнденең иншад итдеки мәнзуматы. Ҡазан, 1904. (төрки)
  • Өлеңдер жыйнағы. Алматы, 1935. (ҡаҙ.)
  • Әҫәрҙәр. Өфө, 1981.
  • Стихи. Уфа, 1986. (урыҫ.)
  • Акмулла — гордость рода Мин: сб. произведений. Уфа, 2005. (баш.) (урыҫ.) (тат.)
  • Шиғырҙар. Өфө, 2006.
  • Стихи. Уфа, 2006. (урыҫ.)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт дәүләт педагогия университет алдында Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле
  • 1911—1916 йылдарҙа айына ике тапҡыр Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһында төрки телендә «Аҡмулла» рәсемле сатирик-юмористик журналы баҫылып сыҡҡан[10].
  • 1981 йылда Миәкә районы Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы уның музейы асыла. Был әҙәби музей фондында 500-ҙән ашыу һаҡлау берәмеге һаҡлана[11]. Музей территорияһында Аҡмуллаға һәйкәл ҡуйылған, ауылда уның исеме менән парк аталған.
  • Миәкә районының Әнәс, Мәнәүезтамаҡ ауылдары мәктәптәрендә Аҡмуллаға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған; Туҡһанбайҙа, Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм башҡа торама пункттарҙа, Мейәс ҡалаһы урамдарына Аҡмулла исеме бирелгән.
  • 1989 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырылған.
  • «Башҡортостан» гәзитенең «Аҡмулла» тигән әҙәби-юмористик ҡушымтаһы һәм Миәкә районында «Аҡмулла төйәге» гәзите баҫылып сыға.
  • 1986 йылда композитор З. Ғ. Исмәғилев менән «Аҡмулла» операһы яҙыла һәм тәүге тапҡыр 1996 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла[12].
  • 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. 2008 йылда уның төп корпусы алдында һәйкәл ҡуйылған[13].
  • 2006 йылдан алып «Аҡмулла нәсихәттәре» Республика фольклор байрамы ойошторола, 2007 йылдан алып был байрам йыл һайын үткәрелгән Халыҡ‑ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә уҙғарыла.
  • Аҡмулланың художестволы образын Кирәй Мәргән («Өҙөлгән моң», 1966), Ғ. Шафиҡов («Аҡмулла», 1986), Я. Хамматов («Һыр-Даръя», 2000) һ. б. үҙҙәренең әҫәрҙәрендә тергеҙгәндәр[14].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Шәкүров Р. З. Аҡмулла // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Бибиөммөгөлсөм. Ҡарағыҙ: Шәкүров Р. З. Аҡмулла // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9..
  3. 3,0 3,1 Әсфәндиәров Ә. З., 1996, с. 177
  4. Вилданов Ә. Х. Мәғрифәт, яҡтылыҡ йырсыһы.// Аҡмулла. Шиғырҙар — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — Б. 8. — 224 б.
  5. 5,0 5,1 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — Б. 440. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Шәкүр Р., 2005, с. 61
  7. Әҫәрҙәр. Өфө, 1981.
  8. Шәрипова З. Әҙәби фекеребеҙ үҫешендә Аҡмулла ижадының әhәмиәте // Ватандаш : журнал. — 2006. — № 5—6. — С. 123—144. — ISSN 1683-3554.
  9. Насыров Р. Х. Трагическая судьба поэта // Ватандаш : журнал. — 2005. — № 9. — ISSN 1683-3554. (урыҫ.)
  10. Аҡмулла, журнал // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Шәрипова Ә. В. Аҡмулла музейы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. Угрюмова Т. С. Аҡмулла, опера // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  13. В Уфе появился памятник просветителю Акмулле. «Комсомольская правда». 11 июнь 2015 тикшерелгән.
  14. Давлеткулов А. Певец справедливости, добра и света // Ватандаш : журнал. — ISSN 1683-3554. (урыҫ.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вильданов А. X., Кунафин Г. С. Башкирские просветители-демократы XIX века. М., 1981. (урыҫ.)
  • Вилданов Ә. Х. Яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981.
  • Мифтахетдин Акмулла: библиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева; отв. ред. С. Р. Бишева; Нац. библиотека РБ им. А.-З. Валиди. — Уфа, 2006. — 70 с. (урыҫ.)
  • Мифтахетдин Акмулла: справочно-библиогр. пособие / сост. В. В. Миронова; авт. вступ. ст. Р. К. Амиров; авт. науч. коммент. А. Х. Вильданов; отв. ред. П. И. Федоров; Башк. гос. пед. ун-т им. М. Акмуллы, Библиотека БГПУ. — Уфа: ИПК БГПУ им. М. Акмуллы, 2006. — 40 с. (урыҫ.)
  • Наследие М. Акмуллы: взгляд через века: материалы Междунар. науч.-практ. конф. 14—15 дек. 2006 г. / отв. ред. В. С. Хазиев; М-во образования и науки РФ, Башк. гос. пед. ун-т им. М. Акмуллы. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2006. — 300 с. (урыҫ.)
  • Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII—XIX быуаттар. Өфө, 1965.
  • Шакуров Р. З. Звезда поэзии: Мифтахетдин Акмулла. Жизнь. Творчество. Мировоззрение. Уфа, 1981. (урыҫ.)
  • Шакур Р. Звезда поэзии. Башкирский поэт-просветитель Мифтахетдин Акмулла. — Изд. 3-е, доп. — Уфа: Китап, 2006. — 200 с. (урыҫ.)
  • Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы — Өфө: Китап, 2005. — 376 б. — ISBN 5-295-02098-3.
  • Әсфәндиәров Ә. З. Тарихи документтар эҙенән.// Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — Б. 166—178. — 224 б. — ISBN 5-295-01672-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]