Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Зәйнулла Рәсүлев
Rasulev Zaynulla.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

дин әһеле

Тыуған ваҡыты:

25 март 1833(1833-03-25)

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар волосының Шәрип ауылында[1]

Подданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Вафат ваҡыты:

2 февраль 1917(1917-02-02) (83 йәш)

Вафат урыны:

Троицк, Силәбе өлкәһе

Зәйнулла Рәсулев (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан) 18331917) — күренекле башҡорт дин әһеле, ишан.

Тормош юлы[үҙгәртергә]

1833 йылдың 25 мартында Троицк өйәҙе Туңғатар волосының Шәрип ауылында[1] мулла ғәиләһендә тыуып үҫә. Тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡый, ун ике йәшенән кантон үҙәге — Малай Муйнаҡ мәҙрәсәһендә белем ала, аҙаҡ Яҡуп хәҙрәт артынан Ахун ауылына күсеп, унда дин ғилемен арттыра. 1851 йылда Троицк ҡалаһы[2] мәҙрәсәһенә килеп урынлаша, 1858 йылда тейешле имтихандарын тапшырып, Верхнеуральск өйәҙенең Аҡҡужа ауылына (хәҙер шул уҡ Учалы районында) имам-хатип булып ҡайта.

Шәкерт булған осоронда суфыйсылыҡ менән ҡыҙыҡһынып китә. 1859-сы йылда Наҡшбәндиә суфый ордены сафына алына. 18691870 йылдарҙа Истанбулда хәҡиҡәтте мистик рәүештә танып белеү (тәриҡ) ысулын өйрәнеп камиллаштыра. Истанбулда уҡ Наҡшбәндиә суфыйының тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт (иджазнамә) ала. Тыуған төбәгенә ҡайтҡас, суфыйлы башҡорттар араһында яңы тәртип индерә, шул иҫәптән тәсбих кейеп йөрөтөү, Аллаһы Тәғәлә исемен күп тапҡыр ҡысҡырып әйтеү (зекер), Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуғын көнөн (Мәүлитте) байрам итеү һ. б.

Суфыйсылыҡ идеяларын халыҡҡа таратыуы өсөн хакимиәт тарафынан эҙәрләнгән. Исламдың рәсми вәкилдәре булған муллалар уны дин ҡанундарын боҙоп мөртәтлек таратыуҙа, йәмәғәтселекте власҡа ҡаршы күтәреүҙә ғәйәпләй. Муллалар уны ошаҡлап ҡулға алдыра. 1873 йылдың ғинуарында уны Вологда губернаһына тыуған төбәгенән һөрөп ебәрәләр.

Һөргөндән 1881 йылда ҡайта. 1884 йылдан Троицк ҡалаһында мәсет имамы сафына инә, мәсет янында яңы «Рәсүлиә» мәсетен аса. Бихисап шәкерттәр уның мөрите булып китә; ул Рәсәйҙең иң күренекле мосолман дине әһелдәренең беренә әүрелә.

1917 йылдың 2 февралендә вафат була. Ул Троицк ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә]

Учалы ҡалаһында Зәйнулла-ишан хөрмәтенә һалынған мәсет
  • 2009 йылда Учалы ҡалаһында Зәйнулла-ишан хөрмәтенә һалынған мәсет асыла.[3].
  • 2009-сы йылда уҡ Зәйнулла Рәсүл исеме Өфөлә бер урамға ҡушыла[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]