Эстәлеккә күсергә

Морат Рәмзи

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морат Рәмзи
Дин:

ислам

Тыуыу выҡыты:

10.10.1854[1]

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Минзәлә өйәҙе, Байлар улусы, Әлмәт ауылы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Сарман районы)

Үлеү ваҡыты:

2 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Вафат булған урыны:

Чөчәк (Чугучак) ҡалаһы, Ҡытай (хәҙерге Ҡытай Халыҡ Республикаһы Синцзянь—Уйғыр автономиялы округының Тачэн ҡалаһы)

Ил:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Морат Рәмзи (Мораҙулла бин Баһадирша Абдулла; 1854[1]1934) — башҡорт тарихсыһы, дин әһеле. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе.

Морат Рәмзи (Мораҙулла бин Баһадирша Абдулла) 1854 йылдың 10 октябрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1855 йылдың 25 декабрендә) Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусының (хәҙерге Татарстан Республикаһы Сарман районының) Әлмәт ауылында Батырша (Баһадиршаһ Абдулла) Ғәҙелша улы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән[2][3]. 1859 йылғы метрик яҙмаларында башҡорт Батырша Ғәҙелшиндың һәм уның ҡатыны Фәрхийыһан Зәйнетдинованың улдары Мәрҙәнша тигән фарсы исем менән күрһәтелгән[4][5], аҙаҡ Рәмзи оҙаҡ йылдар дауамында Ғәрәбстанда йәшәй һәм шунлыҡтан иемен ғәрәп исеме Морат йәғни Мораҙулла тип үҙгәртә[6]. Сығышы менән байлар ырыуы башҡорттарынан[7]. Милләте буйынса башҡорт[8][9].

Морат Рәмзи ғаиләһе менән

Морат Рәмзи үҙе төҙөгән шәжәрәһе[10] түбәндәгесә: Биксура хан[11] → Ғабдуллабәк → Мәркә → Мамаж → Мырҙаш → Баһылай → Мырҙағол → Яниурса → Түңәлбай → Исхаҡ → Ғәҙелшаһ → Баһадиршаһ Абдулла → Морат Рәмзи (Мораҙулла)[9]. Әсәһе Нөркәй ауылынан[12], сығышы менән Ризаитдин Фәхретдиндең алыҫ туғаны — мөғәллимдәр ғаиләһенән, әсәһенең ағаһы Сәхәбетдин Зәйнетдинов байлар ырыуының аҫаба башҡорто булған. Әсәһе яғынан ҡартаһы — указлы мулла Зәйнетдин Монасипов (1798—?), ә уның атаһы отставкалағы зауряд-сотнигы Монасип Рахманғолов (1770—?) була[13]. Морат Рәмзинең ағаһы Хәсәншах (1844—?) йәшерен сәйәси ойошмала ҡатнашҡаны өсөн Себергә һөргөнгә оҙатыла һәм шунда вафат була[3].

Ауыл мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, 1869 йылда Ҡазандағы «Мәржәниә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә[3]. Әммә йыл ярымдан һуң Троицк ҡалаһының өсөнсө йәмиғ мәсете янындағы мәҙрәсәгә уҡырға күсә. Уның мөғәллимдәре араһында Бохарала белем алған Шәрәфетдин бин Мәһәҙей һәм Мөхәммәт бин Ғәбделзаһир Рахманғолов була. Троицкта Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә инә[14]. 1872 йылда Троицктан китеп, йыл ярымға яҡын ҡаҙаҡтар араһында мөғәллимлек итә. 1874 йылдан Бохарала белемен камиллаштыра. Әммә бындағы белем биреү кимәле менән ҡәнәғәтләнмәгәс һәм шулай уҡ сирләп киткәс, 1875 йылда ҡаҙаҡ далаларына ҡайта һәм бында өс ай дауамында мөғәллимлек итә[3]. Аҙаҡ бер нисә йыл дауамында Волга-Уралда йәшәп, үҙенең тарихи хеҙмәтен төҙөү менән шөғөлләнә[15]. Морат Рәмзи Әхмәтшах Вәлидов менән дуҫ була, уның хеҙмәттәре Әхмәтзәки Вәлидовтың ғалим булараҡ формалашыуында ҙур өлөш индерә[9][16]. Вәлидов үҙенең «Хәтирәләр»ендә Морат Рәмзинең һәм ҡаҙаҡ солтаны Кенесарының төркиҙәрҙе рустарҙың иҙеүенән азат итеү зарурлығы тураһындағы фекерҙәре «беҙҙең аңға һеңде» тип яҙған[16].

1875 йылда Ташкент ҡалаһына килә. Артабан яҡташтарының каруанына ҡушылып, Сәмәрҡәнд һәм Мазари Шәриф аша Ҡабулға бара. Артабан Йәләлабад, Пешәүәр һәм Хәйҙәрабад аша Бомбей (Мумбаи) ҡалаһына килә. Бында өс ай дауамында йәшәп, 1876 йылдың башында пароходта Джиддә ҡалаһына бара. Һуңынан Мәккәлә хаж ҡылып, Мәҙинәгә килеп төпләнә[15]. Был осорҙа Морат Рәмзи уҡыуын артабан дауам итә һәм хәҙистәр, фикһ, тәфсир, ғәрәп теле буйынса белемен камиллаштыра[3].

1880 йылда йәнә Мәккәгә барып хаж ҡыла һәм шунда йәшәргә ҡала. Морат Рәмзи үҙенең мөғәлимдәре араһынан Мәҙинәлә — шәйех Мөзһәр, Мәккәлә — Әс-Сәйет Мөхәмәт Сәлих Зөүәүи, шәйех Сөрөр Суданлы, шәйех Ғәбделхәмит Дағстанлы, Дамулла Наманғанлы, шәйех Ғәбдерахман Саражды һәм уның улы Абдулла Саражды телгә ала. Әс-Сәйет Мөхәмәт Сәлих Зөүәүи һәм шәйех Ғәбделхәмит Дағстанлы вафат булғас, уларҙың васыяты буйынса мөридтәре һәм шәкерттәре Морат Рәмзиҙе хәлифә итеп һайлай[3].

1896—1914 йылдарҙа бер нисә тапҡыр Рәсәйгә ҡайтып китә. Батша властары эҙәрлекләүҙәренә дусар була. Аҙаҡҡы сәфәрендә улы Фәһем менән бергә Ташкент, Бохара, Коканд, Наманған, Андижан һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәй[3]. 1917 йылда II Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша[2]. Граждандар һуғышы осоронда башта Ҡазанда, һуңынан Ырымбурҙа йәшәй. 1919 йылда Рәсәйҙән сығып, Көнсығыш Төркөстанға күсә, Ҡытайҙың Чөчәк (Чугучак)[17] ҡалаһында төпләнә. Ошо ҡалала 1934 йылдың 2 апрелендә вафат була[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морат Рәмзи бер нисә китап һәм мәҡәлә авторы булып тора[3].

1908 йылда Зәйнулла Рәсүлевтың финанс ярҙамы менән Морат Рәмзиҙең «Тәлфик әл-әхбәр вә тәлких әл-асар фи вәкаиг, Казан вә Болгар вә мөлүк әт-татар» («Ҡазан, болғар һәм татар хакимдары һәм улар менән бәйле ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр һәм риүәйәттәр йыйынтығы»[18]) хеҙмәте Ырымбурҙа ғәрәп телендә нәшер ителә. Әҫәр 2 томдан һәм барлығы 1256 биттән тора[19]. Был хеҙмәте өҫтөндә тарихсы 1892 йылдан 1907 йылға ҡәҙәр эшләй[15].

«Тәлфик әл-әхбәр ...» (Ырымбур, 1908) әҫәренең тәүге томының титул бите.

Морат Рәмзиҙең был китабы, ошондай жанрҙа яҙылған төбәктең башҡа мосолман ғалимдары әҫәрҙәренән айырмалы рәүештә, бүлектәргә һәм параграфтарға бүленгән, аҙағында ҡулланылған хеҙмәттәр исемлеге күрһәтелгән. «Тәлфик әл-әхбәр…» китабында боронғо замандан алып урта быуаттарға тиклем һундарҙың, төркиҙәрҙең, славяндарҙың, мадьярҙарҙың, готтарҙың тарихи үҫешен яҙған. Мысырҙа юғары вазифаларҙы биләүсе мәмлүктәр араһында ике башҡорт булыуы, уларҙың береһе — Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡордиҙың әмир, ә икенсеһе — Насретдин әл-Насыри шағир һәм ғалим булараҡ билдәле булыуҙары хаҡында айырым әйтеп үтә[20]. Тарихсы ғәрәп яҙмаларына һылтанма яһап, башҡорттарҙың урта быуаттарҙағы һаны ике йөҙ мең кеше булыуы хаҡында мәғлүмәт бирә[21][22]. Артабан автор Алтын Урҙа тарихын, уның мәҙәниәтен һәм халыҡтарын таcуирлауға күсә. Һуңынан Рус дәүләтенең Волга буйын, Уралды һәм Көнбайыш Себерҙе баҫып алыуы һәм был ваҡиғаларҙың шундағы халыҡтар өсөн эҙемтәләре тураһында яҙа. Аҙағында 150-нән ашыу башлыса башҡорт һәм татар халыҡтарының XVIII—XIX быуаттарҙа йәшәгән күренекле мосолман дин әһелдәре хаҡында библиографик материалдар бирелә[15].

«Тәлфик әл-әхбәр…» хеҙмәтендә башҡорт ерҙәрен рустар менән колониялаштырыу хаҡында яҙа, колонизация барышындағы Рәсәй хөкүмәте сәйәсәтенә тәрән социаль-иҡтисади анализ бирә, батша властарының бер төрки халыҡтарҙы (татарҙар, мишәрҙәр, ҡаҙаҡтар) икенселәренә (башҡорттар) ҡаршы ҡуйыу сәйәсәтен тәнҡитләй. Башҡортостанды колониялаштырыу масштабын, батша властары менән башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу алымдарын һәм колонизаторҙар менән башҡорт ерҙәрен урлап-талауҙарын тикшергәндә, тарихсы статистика мәғлүмәттәренә таяна. Башҡорт ерҙәрен тартып алып, батша хөкүмәте бында рус, татар, мари һәм башҡа крәҫтиәндәрҙең күсеүенә булышлыҡ иткән. Морат Рәмзи башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан ҡазан татарҙарын, мишәрҙәрҙе һәм ҡаҙаҡтарҙы фашлай. Шул иҫәптән 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы барышында биргән вәғәҙәләрен боҙоп, башҡорттарға хыянат итеүҙәре хаҡында яҙа, тарихсы һатлыҡ йәндәрҙе тәнҡитләп «уларҙы кеше тип, бигерәк тә мосолман тип атарға мөмкинме?» тигән һорау менән сыға[9].

Башҡорттарҙың хәрби-казак ҡатламына күсерелеүенең кире яҡтарын билдәләп үтә[15]. Һуңыраҡ Морат Рәмзиҙең һығымталары совет ғалимдары менән статистика мәғлүмәттәре, архив документтары һ. б. нигеҙендә раҫлана[23].

И. Р. Насиров буйынса «Тәлфик әл-әхбәр…» төрлө яҡтан әһәмиәтле булып тора: беренсенән, XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы башҡорт тарихының яҙма ҡомартҡыһы булараҡ; икенсенән, шул дәүерҙәге башҡорттарҙың милли үҙаңы һәм этник үҙбилдәләнеше үҫешендә яҙып ҡалдырылған этабы булараҡ; өсөнсөнән, китап структураһы, төрки халыҡтарының тарихын тасуирлау алымы, башҡа тарихсыларҙың яҙма сығанаҡтарын — мосолман, шулай уҡ рус һәм көнбайыш Европа сығанаҡтарын килтереү ысулы, — былар барыһы ла ниндәйҙер дәрәжәлә XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы башҡорт интеллектуаль менталитетының таралған тибын, фекерләү ҡеүәһен яңыртырға булышлыҡ итә[15].

«Тәлфик әл-әхбәр…» бик күп тарихи материалдар нигеҙендә яҙыла. Автор дәлилдәр килтереп, рус тарихсыларының Рәсәй төркиҙәре һәм мосолмандары тарихына ҡараштарын тәнҡитләп сыға, төркиҙәрҙең бойондороҡһоҙлоғо идеяһын хуплай, Волга буйы һәм Урал халыҡтарын көсләп суҡындырыу сәйәсәтен ғәйепләй[15]. Морат Рәмзиҙең «Тәлфик әл-әхбәр…» хеҙмәтенең нәшер ителеүе ҙур резонанс тыуҙыра. Батша хөкүмәте цензураһы был әҫәрҙе «православие сиркәүен асыҡ мыҫҡыллау һәм рәсәй мосолмандарын рустарға ҡаршы туранан-тура ҡотортоу» тип баһалай[8]. «Тәлфик әл-әхбәр…» хеҙмәте тиҙ арала тыйыла, тиражының күп өлөшө һатыуҙан алына һәм юҡ ителә[15].

Изге Ҡөрьәнде төрки теленә тәржемә итә. Суфый шәйехе Әхмәт Сирһиндиҙең («имам Раббани»; 1564—1624) «Мәктүбәт» тигән фарсы телендәге рисәләтен ғәрәп теленә тәржемә итә[7]

  • Тәлфик әл-әхбәр вә тәлких әл-асар фи вәкаиг, Казан вә Болгар вә мөлүк әт-татар [Ҡазан, болғар һәм татар хакимдары һәм улар менән бәйле ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр һәм риүәйәттәр йыйынтығы[18]]. 2 томда. — Ырымбур, 1908.  (ғәр.)
  • Нафаʼис ас-салихат фи тазйил ал-бакийат ас-салихат // Шу‘айб б. Идрис ал-Багини. Табакат ал-Хваджакан ан-Накшбандийа вас адат ал-маша̓ их ал-Халидийа ал-Махмудийа. — Дамаск: Дар ан-нуʻман ал-ʻулум, 1999. — 256—347 биттәр. (ғәр.)
  • Тәлфик әл-әхбәр вә тәлких әл-асар фи вәкаиг, Казан вә Болгар вә мөлүк әт-татар. — Бейрут, 2002.  (ғәр.)

Ҡатыны Әсмә Шаһмөхәммәт ҡыҙынан туғыҙ балаһы булған[3].

  1. 1,0 1,1 Башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1855 йылдың 25 декабрендә тыуған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Рәмзи Морат // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Зайцев И. В. Мурад Рамзи и Арминий Вамбери // Гасырлар авазы — Эхо веков. — 2001. — № 3/4. — С. 71—75. — ISSN 2073-7483. (рус.)
  4. «Башкирцы: 59)Батырша Гадильшин (42 г.); Его сыновья Хасанша (13 л.), Марданша (4 г.) Башкирки: 60) Батырши Гадильшина жена Фархизиган Зейнетдинова (37 л.); его же дочери Мугусума (17 л.), Мубусуса (15 л.), Хуснузиган (1 г.).»
  5. Хамидуллин С. И., Шайхеев Р. Р. Материалы к родословной Мурада Рамзи // История башкирских родов. Байлар. Том 22 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 891—896. — 916 с.
  6. Хамидуллин С. И. Мурад Рамзи — шейх, богослов, историк // История башкирских родов. Байлар. Том 22 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 112—116. — 916 с.
  7. 7,0 7,1 Хамидуллин С. И. Бурджаны в истории Евразии. — Уфа: Гилем, Башк. энцикл., 2013. — С. 7. — 224 с. — ISBN 978-5-88185-097-5.
  8. 8,0 8,1 Алгар Х. Шейх Зайнулла Расулев // Ватандаш. — 1998. — № 9. — С. 133—134. — ISSN 1683-3554.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Насыров И. Р. Духовный отец нации // Ватандаш. — 1998. — № 9. — С. 119—122. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  10. Тәлфик әл-әхбәр вә тәлких әл-асар фи вәкаиг, Казан вә Болгар вә мөлүк әт-татар. 2-се том. — Ырымбур, 1908. — 412-се бит.  (ғәр.)
  11. Биксура хан башҡорт халҡының риүәйәттәрендә монгол-татар илбаҫарҙарынан башҡорт ерҙәрен ҡыйыу яҡлаусы батыр итеп һүрәтләнә.
  12. Хәҙерге Татарстан Республикаһы Сарман районы Ҙур Нөркәй ауылы.
  13. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 192. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  14. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Мәккәлә.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 15,7 Насыров И. Р. Мурат Рамзи — великий сын башкирского народа. Islam.ru (6 ноябрь 2014). Дата обращения: 28 сентябрь 2015. (рус.)
  16. 16,0 16,1 Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 57—61. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.
  17. Хәҙерге Ҡытай Халыҡ Республикаһы Синцзянь—Уйғыр автономиялы округының Тачэн ҡалаһы.
  18. 18,0 18,1 Ғәрәп теленән башҡа тәржемәһе — «Татар хакимдары, Ҡазан һәм Болғар һәм улар менән бәйле ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр һәм риүәйәттәр йыйынтығы».
  19. Ахмадуллин С. З. Талфик ал-ахбар ва талких ал-асар фи вакаи Казан ва Булгар ва мулук ат-Татар» как источник в истории туркмен //Материалы Съезда молодых востоковедов России и СНГ. — М. : Пробел-2000, 2012. — С. 8—10. — 298 с. — ISBN 978-5-98604-356-2.
  20. История литературы Урала. Конец XIV—XVIII вв./ Гл. ред. В. В. Блажес, Е. К. Созина. — М.: Языки славянской культуры, 2012. — 608 с. — С. 87.
  21. Абуталипов А. Урта быуаттарҙа башҡорттарҙың һаны. «Киске Өфө» (1 сентябрь 2014). Дата обращения: 28 сентябрь 2015.
  22. Антонов И. В. Средневековые башкиры. — Уфа: Китап, 2013. — С. 145. — 192 с. — ISBN 978-5-295-05716-8.
  23. Ямаева Л. А. Суфийские братства на территории исторического Башкортостана // Ватандаш. — 2008. — № 7. — С. 162—181. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  • Насыров И. Р. Взгляды Мурада Рамзи по вопросам реформирования и модернизации ислама / Ежегодник «Арабские исследования». — М.: РУДН, 2012. — С. 27—34. (рус.)
  • Насыров И. Р. Духовный отец нации // Ватандаш. — 1998. — № 9. — С. 119—122. — ISSN 1683-3554. (рус.)
  • Насыров И. Р. Мурат Рамзи и его взгляды на джадидизм // Религиозные аспекты глобализации: фактор ислама. Кн. 3: Тезисы докладов V Всероссийского съезда востоковедов 26-27 сентября 2006 г. — Уфа: Вилли окслер, 2006. (рус.)
  • Temir A. Doğumunun 130. ve Ölümünün 50. Yılı Dolayısıyla Kazanlı Tarihçi Murad Remzi (1854—1934). — Belleten Türk Tarih Kurumu. — Cilt 5O. — Sayı 197. — Ankara, 1986. — S.495-505. (төр.)