Әлмәт (Сарман районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡалмаҡ-Әбдрәш
татар. Әлмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан Республикаһы

Муниципаль район

Сарман районы

Ауыл биләмәһе

Әлмәт ауыл советы

Координаталар

55°19′ с. ш. 52°39′ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Иҫке Әлмәт, Әлмәтмулла

Халҡы

464[1] кеше (2016)

Почта индексы

423371

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

92 253 000 008

ОКТМО коды

92 653 409 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡалмаҡ-Әбдрәш (Рәсәй)
Ҡалмаҡ-Әбдрәш
Ҡалмаҡ-Әбдрәш
Әлмәт (Сарман районы) (Татарстан)
Ҡалмаҡ-Әбдрәш

Әлмәт (Иҫке Әлмәт, Әлмәтмулла) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы. Әлмәт ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Сарсаз йылғаһы буйында урынлашҡан. Тораҡ пукнт тирәһендә бер нисә күл бар.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл башта Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла улусы составына керә һәм ошо улустың үҙәге була[2].

1840 йылда 220 башҡорт 102 сирек ужым һәм 141 сирек яҙғы икмәк сәскән. 1848 йылда 39 ихатаға 135 йылҡы, 120 һыйыр, 250 һарыҡ һәм 60 кәзә малы, шулай уҡ 25 умарта тура килгән. 365 дисәтинә һөрөнтө ерҙәре, 28 дисәтинә бесәнлектәре һәм 56 дисәтинә урмандары булған. Йорт башына иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы 168 ихатала 898 аҫаба башҡорт һәм 151 хужалыҡта 739 типтәр (элекке керҙәштәр) теркәлә. Уларҙың тәүгеләренең 2619 дисәтинә, ә икенселәрҙең 1173 дисәтинә ере булған. 1912 йылда башҡорттарға 2183 баш мал, шул иҫәптән 315 йылҡы, 293 һыйыр, 1386 һарыҡ һәм 190 кәзә малы, шулай уҡ 16 умарта тура килгән. Ә типтәрҙәрҙең 1304 баш малы, шул иҫәптән 207 йылҡы, 203 һыйыр, 732 һарыҡ һәм кәзә малы булған[2].

1848 йылда ауылда тирмән һәм мәсет, 1905 йылда 4 бакалея лавкаһы, икмәк магазины, 2 мәҙрәсә булыуы теркәлә[2].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылда Сарман районына составына инә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ауылда 11 ихатала 84 башҡорт, 31 йортта 137 типтәр, ике йортта 8 яһаҡлы татар; 1816 йылда — 149 башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 5 йорт хужаһы, 3 ҡатынлы 1 йорт хужаһы), 80 типтәр һәм 4 татар; 1834 йылда —241 башҡорт, 113 типтәр һәм 9 татар; 1859 йылда ир енесле 792 йән башҡорт һәм типтәр иҫәпләнгән. 1870 йылда 829 типтәр һәм 42 татар, ә 1899 йылда башҡорттар һәм типтәрҙәр теркәлгән. 1902 йылда ир енесле 704 йән иҫәпләнгән[2].

Халыҡ иҫәбе
2012[3]2013[4]2014[5]2015[6]2016[1]
466474470468464

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Морат Рәмзи (1854—1934) — башҡорт тарихсыһы, дин әһеле. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года. Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 161—164. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  4. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  5. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.