Эстәлеккә күсергә

Сөлөк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөлөк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Шарлиареминское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423378
Карта

Сөлөк (татар. Сөлек, рус. Сулюково) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[3].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, мәктәп, 2 хужалыҡ магазины, 3 бакалея кибете, һыу тирмәне теркәлгән[3][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[2].

1795 йылда ауылда 320 башҡорт һәм 6 типтәр; 1834 йылда — 255 башҡорт; 1870 йылда — 649 башҡорт; 1912 йылда — 727 башҡорт иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2][3])
179518341859187018971920192619381949195819701979198920022008
326265255649574780405610421303426391206226237
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 218-220. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.