Мортыштамаҡ (Сарман районы)
Мортыштамаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Муртыш-Тамакское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Муртыш-Тамакское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423358 |
Муртыштамаҡ[2] (татар. Мортыштамак, рус. Муртыш-Тамак) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан көньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла административ-территориаль улусы составына керә[4].
1870 йылда ауылда 2 тирмән, 4 бакалея кибете, хужалыҡ магазины; XX быуат башында — 3 мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне, 2 тимерлек теркәлгән[4][3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[3].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 129 башҡорт һәм 21 яһаҡлы татар; 1834 йылда — 228 башҡорт, 23 татар һәм 7 типтәр; 1870 йылда — 768 башҡорт һәм 93 татар; 1912 йылда — 1599 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[4][5].
1795 | 1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
150 | 861 | 1173 | 1599 | 1417 | 1271 | 950 | 721 | 510 | 629 | 604 | 537 | 506 |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәйзулла Монасип улы Ураҙмәтов — хәрби эшмәкәр. Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 397. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 187-190. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 132-133. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.