Сураш (Татарстан)
Сураш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Карашай-Сакловское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423378 |
Сураш[2] (Чураш, Саклау-Чураш[3]; татар. Чураш, рус. Чурашово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1752 йылдан билдәле[2]. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[5].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, 2 икмәк магазины, 2 бакалея кибете, һыу тирмәне теркәлгән[5][4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 30 башҡорт һәм 70 яһаҡлы татар; 1834 йылда — 68 башҡорт; 1912 йылда — 356 аҫаба башҡорт һәм 465 татар иҫәпләнгән[5].
1795 | 1870 | 1897 | 1922 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
53 | 386 | 619 | 831 | 780 | 858 | 591 | 506 | 583 | 426 | 297 | 293 | 260 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Сураш (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 399. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 223-225. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.