Аланғазар
Ауыл | |
Аланғазар татар. Алангазар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
396 человек (2008) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423351 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Аланғазар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Сарман районындағы ауыл. Аланғазар ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Аланғазар йылғаһы буйында, Сарман ауылынан көнсығышҡа табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аланғазар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла улусы составына керә.
1870 йылда мәсет һәм мәктәп, 1896 йылда 2 мәсет һәм мәҙрәсә теркәлгән[3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны 1930 йылдан — Сарман районы составына керә[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ир енесле 94 йән башҡорт, 34 типтәр, 22 яһаҡлы татар; 1816 йылда — 142 башҡорт, 36 типтәр, 16 татар; 1834 йылда — 251 башҡорт, 30 типтәр, 28 татар; 1870 йылда — 404 башҡорт, 175 типтәр, 176 татар йәшәй[3].
1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
751 | 992 | 1369 | 1086 | 1080 | 810 | 767 | 801 | 602 | 455 | 424 | 396 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 196—198. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.