Дөмәй Тарлауы
Ауыл | |
Дөмәй Тарлауы татар. Дүмәй Тарлавы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 |
Почта индексы |
423364 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Дөмәй Тарлауы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы. Петровский Завод ауыл советы составына керә.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың атамаһы уны нигеҙләүсе Дөмәй Ишкәевтең исеменән һәм «тарлау» һүҙенән (эшкәртелгән ер участкаһы тип аңлатыла) барлыҡҡа килгән[3].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Айтуған һәм Минзәлә йылғалары буйҙарында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға XVII быуаттың икенсе яртыһында байлар ырыуы башҡорто Дөмәй Ишкәев нигеҙ һала[3]. Дөмәй Ишкәев 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе булараҡ билдәле. Ихтилал башҡорт ерҙәрен тартып алыу, һалымдар һәм йөкләмәләрҙең артыуы, христианлаштырыу сәйәсәте һәм чиновниктарҙың башбаштаҡлығы арҡаһында барлыҡҡа килә. Дөмәй Ишкәевтең ауылы шулай уҡ ҡазан чиновниктары тарафынан бөлдөрөүгә һәм талауға дусар була[5]. Бигерәктә ҡазан комиссары А. С. Сергеев үҙенең карателдәре менән ҙур аяуһыҙлыҡ күрһәтә, ул Дөмәй Тарлауы ауылын талай һәм күп кенә байлыҡтарын һәм әсирҙәрҙе алып китә[3].
Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе составына керә. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла улусы составына керә[3].
1905 йылда 2 бакалея кибете, икмәк магазины, 2 мәсет һәм мәктәп (1913 йылда 80 шәкер уҡыған) теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, ә 1922 йылда — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылда Сарман районына составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда — 37 башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 1 йорт хужаһы) һәм 64 типтәр; 1834 йылда — 62 башҡорт; 1859 йылда ир енесле 473 йән башҡорт һәм 145 йән типтәр иҫәпләнгән. 1870 йылда 514 башҡорт сығышлы типтәр һәм 22 татар, ә 1899 йылда башҡорттар һәм типтәрҙәр теркәлгән. 1902 йылда ауылда барлығы ир енесле 550 йән иҫәпләнгән. 1905 йылда 207 ихатала 1026 кеше йәшәгән[3].
1859 | 1884 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989[4] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
660 | 804 | 961 | 1253 | 737 | 632 | 494 | 430 | 320 | 248 | 159 |
- Н/Д[6]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дөмәй Ишкәев — 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Димитарлау > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Димитарлау > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 166—168. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ 4,0 4,1 Татарская энциклопедия.
- ↑ Таймасов С. У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии: Учебное пособие для студентов 1-3 курсов педагогических вузов по специальности «050401 — История». — Стерлитамак, 2007. — С. 77. — 246 с. — ISBN 5-86111-268-1.
- ↑ Димитарлау > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник