Иҫке Әхмәт
Иҫке Әхмәт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Янурусовское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423370 |
Иҫке Әхмәт[2] (Иҫке Әхмәтабыҙ, Түбәнге Әхмәт; татар. Иске Әхмәт, рус. Старое Ахметово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1670-се йылдарҙа байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылды нигеҙләүсе Әхмәт абыҙ, Туйкә абыҙ (Туйкә ауылы уның исеме буйынса аталған) менән бергә Минзәлә ҡалаһы тирәһендә 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалына етәкселек иткән. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла административ-территориаль улусы составына керә[4].
Ауыл кешеләре Яңы Әхмәт (Әхмәтабыҙ) ауылына нигеҙ һала.
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[4][3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[3].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 19 башҡорт, 11 яһаҡлы татар һәм 87 типтәр; 1834 йылда — 63 башҡорт һәм 90 типтәр; 1870 йылда — 350 башҡорт һәм 19 татар (титпәрҙәр күрше Яңы Әхмәт ауылына күскән); 1912 йылда — 209 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[4][5].
1795 | 1870 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
117 | 369 | 262 | 252 | 271 | 201 | 162 | 139 | 65 | 7 | 1 | 4 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Әхмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 156-158. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 128-129. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.