Сарысаз-Тәкермән
Сарысаз-Тәкермән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Старо-Имянское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423373 |
Сарысаз Тәкермән[2] (Тәкермән, Һарыһаҙ Тәкермән[3]; татар. Сарысаз Тәкермән, рус. Сарысаз-Такерман) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Сарысаз йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[5].
1766 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1744 йылда) Сарысаз-Тәкермән ауылы башҡорттары Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса Айыт ауылына (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы) нигеҙ һала[6].
1848 йылда ауылда тимерлек; XX быуат башында — 2 мәсет, мәктәп, 3 хужалыҡ магазины, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән[5].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 72 башҡорт, 156 яһаҡлы татар һәм 18 типтәр; 1834 йылда — 208 башҡорт һәм 20 типтәр; 1859 йылда — 193 ир затлы башҡорт һәм 15 ир затлы типтәр; 1870 йылда — 472 башҡорт һәм 355 татар; 1912 йылда — 556 аҫаба башҡорт һәм 415 дәүләт крәҫтиәне (татарҙар) иҫәпләнгән[5].
1795 | 1834 | 1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
246 | 228 | 837 | 1010 | 923 | 787 | 627 | 435 | 349 | 384 | 297 | 203 | 250 | 235 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 399. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Сарысаз-Тәкермән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 211-214. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Сарысаз-Тәкермән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.