Иҫке Имән
Иҫке Имән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сарман районы |
Почта индексы | 423373 |
Иҫке Имән[1] (Имән, Көтөүсаз, Көтөүсаз-Имән; татар. Түбән Бикмәт, рус. Нижнее Бикметово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Көтөүсаз йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1765 йылдан билдәле[1]. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[3].
XX быуат башында ауылда 2 мәсет, мәктәп, тимерлек, икмәк магазины, 3 бакалея кибете теркәлгән[3].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 65 башҡорт, 134 яһаҡлы татар һәм 4 типтәр; 1870 йылда — 646 башҡорт, 283 татар һәм 39 типтәр (8 башҡорт ғаиләһе Чукмарлы ауылына, ә татарҙар Яңы Имән ауылына күсә); 1912 йылда — 1158 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[3].
1795 | 1834 | 1859 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
203 | 407 | 437 | 915 | 1158 | 1232 | 975 | 808 | 425 | 419 | 464 | 340 | 244 | 272 | 251 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Имән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 168-174. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.