Өсөйлө-Саҡлау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өсөйлө-Саҡлау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Саклов-Башское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423373
Карта

Өсөйлө Саҡлау (Өҫкө Саҡлау, Юғары Саҡлау; татар. Өчөйле Саклау, рус. Сулы-Саклово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Саҡлаубаш йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[3].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[3][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[2].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда ауылда 82 ир затлы башҡорт һәм 64 татар (дәүләт крәҫтиәне); 1870 йылда — 388 татар һәм 103 башҡорт; 1912 йылда — 601 татар һәм 276 башҡорт иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2][3])
187018971920192619381949195819701979198920022008
491798867703429349341380313186260221

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 220-223. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.