Ҙур Нөркәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Ҙур Нөркәй
татар. Зур Нөркәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Сарман

Ауыл биләмәһе

Ҙур Нөркәй

Координаталар

55°22′48″ с. ш. 52°40′12″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII быуат

Элекке исеме

Нөркәй

Халҡы

631[1] кеше (2016)

Милли состав

Татарҙар

Конфессиональ составы

Мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423372 

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 538 120 01 

Код ОКТМО

92 653 412 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҙур Нөркәй (Рәсәй)
Ҙур Нөркәй
Ҙур Нөркәй
Ҙур Нөркәй (Татарстан)
Ҙур Нөркәй

Ҙур Нөркәй (Нөркәй) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы. Ҙур Нөркәй ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡтараҡ 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҙур Нөркәй — Байлар улусы Салағош түбәһе башҡорттарының ауылы. Һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә һәм уның үҙәге була[3].

1905 йылда 3 тимерлек, тирмән, 5 бакалея кибете, 2 икмәк магазины, һыра һәм мануфактура заведениелары теркәлгән. Шаршамбы һайын баҙар, 5 ноябрҙә йәрминкә уҙғарылған. 1905 йылда 4 мәсет һәм шул уҡ һанда мәктәп теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, ә 1922 йылда — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — йәнә Сарман районы составында. 70-се йылдарҙа Бәләкәй Нөркәй ауылы Ҙур Нөркәй ауылы составына керә[2]

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылда ауылда 28 ихатала 245 башҡорт һәм 12 ихатала 79 типтәр; 1816 йылда — 62 йортта ир енесле 361 йән башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 11 йорт хужаһы), 70 йән типтәр; 1834 йылда — 92 йортта ир енесле 580 йән башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 15 йорт хужаһы), 123 йән типтәр; 1859 йылда — 1530 башҡорт, типтәр һәм мишәр; 1870 йылда 258 ихатала 1000 башҡорт, 553 типтәр теркәлгән. 1902 йылда ауылда 1755 башҡорт һәм 708 типтәр иҫәпләнгән. 1905 йылда 429 ихатала 1891 кеше йәшәгән[3].

1859 1897 1926 1949 1958 1970 1979 1989[2]
1530 2242 1541 582 610 967 790 626
Халыҡ иҫәбе
2012[4]2013[5]2014[6]2015[7]2016[1]
643644634623631

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Абдуллатиф Әбсәләмов (1781—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 апрель 2016. 11 апрель 2016 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 190—195. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  4. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  6. Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 апрель 2014. 12 апрель 2014 тикшерелгән.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.