Туйкә (Татарстан)
Туйкә | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Тойкинское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Тойкинское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423302 |
Туйкә[2] (Аблай, Туйкагурт[3] ; татар. Туйкә, рус. Тойкино) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе Туйкә абыҙ (ағалы-энеле Фазыл, Кәбир Туйкиндарҙың ата-бабаһы) исеме буйынса аталған.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1765 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҙнаҡай административ-территориаль улусы составына керә[5].
XX быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 мәктәп, 5 һыу тирмәне теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[4].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1795 йылда ауылда 10 башҡорт һәм 210 яһаҡлы татар; 1859 йылда — 35 ир затлы керҙәш башҡорт һәм 189 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[5].
1795 | 1859 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
220 | 477 | 813 | 986 | 929 | 813 | 340 | 462 | 514 | 384 | 331 | 418 | 386 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 378. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Туйкә (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 566-567. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.