Чалпы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чалпы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Чалпинское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Чалпинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423324
Карта

Чалпы (Салпы[2], Чаллы[3]; татар. Чалпы, рус. Чалпы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Чалпы йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1704 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Тымытыҡ улусы составына керә[5].

XX быуат башында ауылда һыу тирмәне, баҙар, 5 мәсет, 2 мәҙрәсә теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[4].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ауылда 23 башҡорт, 280 типтәр һәм 35 татар, 1859 йылда — 706 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәндәре иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][2])
179518591889189719101920192619381949195819701979198920022010
35070628252885351836782322138213781457148812361038935818

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нуғайбәк Әсәнов — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.
  • Нуғайбәковтар — башҡорт дворяндары нәҫеле.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Чалпы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 378. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 572—573. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.