Эстәлеккә күсергә

Нуғайбәк Әсәнов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нуғайбәк Әсәнов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Чалпы
Нәҫеле Нуғайбәковтар
Һөнәр төрө полковник
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Нуғайбәк Әсәнов — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Нуғайбәк Әсәнов (Хәсәнов) сығышы менән Ҡазан даруғаһы Юрмый улусы Чалпы ауылы башҡорттарынан[1][2].

1772 йылда Юрмый улусы старшинаһы Биккенә Яуышевтың командаһында хеҙмәт итә[3].

1774 йылдың 15 ғинуарында Арынғол Асаев менән берлектә Ҡазан губернаһының Зәй ҡәлғәһен ала. 17 ғинуарҙа полковник Ю. Бибиковтан еңелә һәм Нуғайбәк ҡәлғәһенә сигенә[3].

1774 йылдың февраль—марттында Ҡаранай Моратов, Ишҡара Арыҫланов һәм В. И. Торнов менән берлектә Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре тирәһендә һуғыша.

1774 йылдың апреленән һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашмай. 1798 йылда 12-сы башҡорт кантонында старшина булып хеҙмәт итә.

Исеменән кантон башлыҡтары Нуғайбәковтарҙың нәҫеле барлыҡҡа килгән[4][5]. Нуғайбәк Әсәновтың улдары Сәлтәш һәм Көрмәнкәй 1816 йылда 12-се башҡорт кантонында старшина булып хеҙмәт итә, ейәне Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Нуғайбәков һәм бүләһе Солтангәрәй ошо кантондың башлығы була[3].

  1. Таймаҫов С. У. Нуғайбәк Әсәнов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы
  3. 3,0 3,1 3,2 Таймасов С. У., 2000, с. 216
  4. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 572-573. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  5. История башкирских родов. Юрми. Том 21 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, А. Г. Салихов, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 159-160, 237-238. — 716 с. — ISBN 978-5-85051-605-5 ref =.