Баҡалы (Баҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баҡалы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Баҡалы ауыл советы[1], Баҡалы районы һәм Бакалинская волость[d]
Административ-территориаль берәмек Баҡалы ауыл советы
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Сөн
Халыҡ һаны 9568 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452650
Урындағы телефон коды 34742

Баҡалы (рус. Бакалы) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 9568 кеше[3]. Почта индексы — 452650, ОКАТО коды — 80207807001.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 4439 2120 2319
1959 йыл 15 ғинуар 5079 2505 2574
1970 йыл 15 ғинуар 6150 3080 3070
1979 йыл 17 ғинуар 7903 4288 3615
1989 йыл 12 ғинуар 8057 3771 4286
2002 йыл 9 октябрь 9514 4491 5023
2010 йыл 14 октябрь 9568 4541 5027

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Антонова Нина Васильевна (2.12.1935) — украин совет киноактёры, Киевтың А. Довженко исемендәге киностудияһында күп йылдар төрлө тематикалағы ике тиҫтә ярымға яҡын, шул иҫәптән ире режиссёр Анатолий Буковский ҡуйған фильмдарҙа уйнай. Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980).
  • Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1.12.1968), иҡтисадсы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011).
  • Дьяков Владимир Анатольевич (14.06.1919—16.11.1995), ғалим-тарихсы. 1960—1995 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Славяноведение һәм балканистика институты ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[4].
  • Зотов Виктор Никифорович (25.05.1925—16.07.1996), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953). Уҡсылар дивизияһының айырым миномёт полкы миномётсыһы. Дан ордендарының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975).
  • Костин Яков Дмитриевич (20.10.1917—20.09.1993) — Дан орденының тулы кавалеры. Ил һаҡсыһы булараҡ, 1938 йылда Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномётсы, кесе сержант[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]