Ҡамышлытамаҡ
Ауыл | |
Камышлытамак башҡ. Ҡамышлытамаҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡамышлытамаҡ (рус. Камышлытамак) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Ҡамышлытамаҡ ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 468 кеше[2]. Почта индексы — 452661, ОКАТО коды — 80207825001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡамышлытамаҡ ауылы Сөн йылғаһы буйында район үҙәгенән көньяҡҡа 25 километрҙа һәм Туймазы станцияһынан төньяҡҡа 57 километрҙа урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1842 йылда Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусының Ҡуян ауылы (хәҙер — Иҫке Ҡуян ауылы) башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Яңы Ҡуян йәки Ҡамышлытамаҡ ауылына нигеҙ һалған.
1865 йылда 25 хужалыҡта 150 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
1906 йылда Ҡамышлытамаҡта мәсет, һыу тирмәне, 2 запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе теркәлгән[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡамышлытамаҡта башҡорттар, татарҙар йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1906 | 645 | ||||
1920 йыл 26 август | 905 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1087 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 794 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 529 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 468 | 224 | 244 | 47,9 | 52,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөгөнгө ауыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡамышлытамаҡ ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡамышлытамаҡ ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 250-ләп ир-егет китә, шуларҙың 150-гә яҡыны яу ҡырында башын һалған. Ҡамышлытамаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск ҡуйылған (1976)[6].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡайынлы урамы (рус. Берёзовая (улица)
- Клуб урамы (рус. Клубная (улица)
- Урман урамы — (рус. Лесная (улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Таулы урамы (рус. Нагорная (улица)
- Йылға урамы — (рус. Речная (улица)
- Ҡарағай урамы — (рус. Сосновая (улица)
- Үҙәк урамы — (рус. Центральная (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)[7]
.
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар, күлдәр:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр, юл:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡылар:
- Ауыл эргәһендә Ҡамышлытамаҡ боронғо ҡәберлеге[8].
1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡамышлытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Бакалинский район. Село Камышлытамк.
- Администрация сельского поселения КАМЫШЛЫТАМАКСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ
- География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- День Победы в Камышлытамак, 2018
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡамышлытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡамышлытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ҡамышлытамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ День Победы в Камышлытамак, 2018
- ↑ Карта д. Камышлытамак. Улицы
- ↑ География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |